ҒӘЛИӘХМӘТОВ Рәил Ниғәмәтйән улы (28.11.1956, БАССР‑ҙың Ҡыйғы р‑ны Арыҫлан а.), химик. Техник ф. д‑ры (2005). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1979) 1980 й. тиклем, 1985—89 йй. һәм 2005—11 йй. Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр ғилми-тикшеренеү технология ин‑тында эшләй: 1985 й. алып сектор нач., 2005 й. — филиал директоры. 1980—81 йй. БДПИ‑ла, 1989 й. башлап “Акцент” йәштәр фәнни-техник ижады үҙәгенең баш экологы; 1990 й. алып аҙ күләмле химия продукттарын етештереү пр‑тиеларында эшләй: “Интерролс” совет-америка пр‑тиеһының техник дир., 1993 й. — “Фобос” ЯСЙ һәм “Реактивснаб” ҒПП дир. (бөтәһе лә — Өфө). 1996 й. башлап “БашНИПИстром” ДУП‑ының дир. урынбаҫары, 1998 й. — директоры. 2011 й. алып БДУ‑ла инженерия ф‑ты деканы, бер үк ваҡытта сифатҡа идара итеү каф. мөдире. Фәнни хеҙмәттәре органик синтезда, ш. иҫ. биол. актив берләшмәләр синтезында, акустик кавитацияны ҡулланыуға арналған. Ғ. тарафынан ағас материалдарҙы һаҡлау өсөн экологик зарарһыҙ антисептиктар эшләнә, улар Өфө, Архангельск, Волгоград, Череповец ҡҡ. химия пр‑тиеларында производствоға индерелә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 20 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Снижение экологической опасности антисептиков. М., 2004 (авторҙ.). Физика и химия кавитации. М., 2008 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика