ҒӘЛИЕВ Рауил Ғәлимйән улы (13.6.1947, Чимкент ҡ. — 16.9.1999, Өфө), химик-технолог. Химия ф. д‑ры (1999). Ҡаҙаҡ химия-технология ин‑тын тамамлағандан һуң (Чимкент, 1970) 1973 й. тиклем “Альметьевнефть” НГДУ‑һында, 1974 й. алып — “Чимкентоблгаз” тресында, 1985 й. алып Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында (1990 й. башлап бүлек мөдире) эшләй. Фәнни хеҙмәттәре нефть эшкәртеүҙе тәрәнәйтеүҙең экологик хәүефһеҙ технологияларын булдырыуға, сәнәғәт ҡалдыҡтарын зарарһыҙлау, ш. иҫ. ағынты һыуҙар һәм газ хәлендәге ташландыҡтарҙы таҙартыу проблемаларына, фосфорҙы электротермик ысул м‑н етештереүҙә нефть кокстарын ҡулланыуға арналған. Ғ. етәкс. Өфө нефть эшкәртеү з‑дтарының ағынты һыуҙарын физик‑химик һәм биол. таҙартыу системалары камиллаштырыла, Өфө һәм Атырау (Ҡаҙағстан) НЭЗ‑дарында эмульсия рәүешендәге нефть шламдарын утилләштереү ысулдары индерелә; уның ҡатнашлығында юғары т‑рала иреүсән нефть пектары һәм уҡмаштырыусы өҫтәмәләр етештереү технологиялары эшләнә һәм уларҙың тәж.‑сәнәғәт партиялары алына. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Перспективы производства и применения нефтяных спекающих добавок при получении металлургического кокса из шихт с повышенным содержанием слабоспекающихся и неспекающихся углей: темат. обзор. М., 1990 (авторҙ.) (Серия: Переработка нефти); Безопасность жизнедеятельности. Кн.4. Ч.3. Идентификация надёжности и работоспособности топочно-нагревательных агрегатов. Уфа, 1999 (авторҙ.). 

 

И.Р.Хәйрудинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика