ГАЗ МЕНӘН ТУЛЫЛАНДЫРЫЛҒАН ПОЛИМЕРҘАР, тулыландырылған полимерҙарҙың бер төрө. Полимер тәбиғәтенә ҡарап — газ м‑н тулыландырылған пластиктарға (йомоҡ күҙәүле пенопластар, поропластар, йәки тоташҡан күҙәүле поролондар) һәм резиналарға (көпшәк, йәки күҙәүле; ҡара: Резиналар һәм резина-техник изделиелар); композиция структураһы б‑са — ҡаты, ярым ҡаты һәм һығылмалыларға; алыу ысулына ҡарап ныҡ, өлөшләтә һәм аҙ күбекләндерелгәндәргә бүленә. Физик-химик үҙенсәлектәре полимерҙарҙың күбекләндерелеү дәрәжәһенә бәйле. Күҙәүле структура түбән тығыҙлыҡты (10—600 кг/м3), юғары кимәлдәге йылы, тауыш һәм электр изоляциялау үҙенсәлектәрен, газ һәм пар үткәреүсәнлекте һ.б. тәьмин итә. Башҡортостанда “Газпром нефтехим Салават” ААЙ‑нда 20 б. 70‑се йй. уртаһынан — радикалдар ярҙамында полимерлаштырыу инициаторы һәм күҙәү барлыҡҡа килтереүселәр ҡатнашлығында стиролды супсензияла полимерлаштырып алынған ПСВ маркалы күбекләндерелгән полистирол (тығыҙлығы 25—30 кг/м3), 90‑сы йй. составында стирол күләме аҙ булған ПСВ-С һәм ПСВ-СУ (тығыҙлығы 20—25 кг/м3) маркалы полистирол  етештереү үҙләштерелә; 2005 й. алып мономер массаһында  өҙлөкһөҙ полимерлаштырыу  төрлө өҫтәмәләр ҡушып ПСВ-Б маркалы пенополистирол (ҡулайлама ҡеүәте йылына 10 мең т) сығарыу башлана. 1996 й. башлап “Искож” ААЙ — пенополиуретан (поролон), 2002 й. “Полимер” ҒПБ‑һы ПСБ-С маркалы антипиренлы пенополистирол (ҡоролма ҡеүәте 300 мең м3) етештерә. 90‑сы йй. “Авангард” ПБ‑нда экструзия ысулы м‑н күбекләндерелгән полиэтилен (пеноплен) сығарыла. БР‑ҙа Г.м.т.п. яһалма күн, йылы һәм тауыш үткәрмәүсе плиталар, төрлө төргәктәр сығарыу, торлаҡ биналарҙы һәм учреждениеларҙы (балалар өсөн тәғәйенләнмәгәндәрен) эс яҡтан матурлау, мебель биҙәү һ.б. өсөн ҡулланыла; поролон, пенополистирол, пенополивинилхлорид, пеноплен, пенорезиналар ике һәм күп ҡатлы конструкцияларҙың эсен тултырыу, һыуытыу һәм туңдырыу ҡоролмаларын йылынан һаҡлау, йөҙөү (бакендар, понтондар) һәм ҡотҡарыу (һалдар, поястар) саралары яһау өсөн, амортизациялау (мебель яһау һ.б.) һәм вибрацияны кәметеүсе (каска, шлем, бейәләйҙәрҙәге ҡатлау) материалдар, нефть йыйыу саралары һ.б. сифатында файҙаланыла. Шулай уҡ ҡара: Полимерҙар эшкәртеү.

Әҙәб.: Берлин А.А., Шутов Ф.А. Химия и технология газонаполненных высокополимеров. М., 1980.

Ю.А.Сангалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика