АҘЫҠ КИСЛОТАЛАРЫ, аҙыҡүлек сәнәғәтендә консервалау саралары сифатында, ашамлыҡтарға әскелтем тәм биреү өсөн ҡулланылыусы карбон кислоталары. Иң билдәлеләре — лимон, һөт, шарап, аскорбин (С витамины) к‑талары, уксус кислотаһы.

Башҡортостанда тәбиғи уксусты “Сталк” пр‑тиеһында сығаралар, уксус к‑таһын — Әмзә урман комбинатында. 1941 й. Өфө витамин заводында аскорбин к‑таһы м‑н витаминланған сироптар, 1943 й. синтетик аскорбин к‑таһы һәм уның нигеҙендә төрлө витамин препараттары етештереү үҙләштерелә. Лимон к‑таһы кондитер сәнәғәтендә, ликёр‑араҡы сәнәғәтендә, икмәк бешереү сәнәғәтендә ҡулланыла, һөт к‑таһы — май, сыр яһау һәм һөт сәнәғәтендә.

Әҙәб.: Пищевая химия. СПб., 2000.

О.С.Куковинец

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018