ҒӘБИТОВ Азат Исмәғил улы (3.5. 1962, БАССР‑ҙың Бөрйән р‑ны Иҫке Собханғол а.) инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1998), проф. (2002). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (2006). И.Ә.Ғәбитовтың улы. ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1984) шунда уҡ эшләй. Фәнни тикшеренеүҙәре төҙөлөш конструкцияларының коррозияға сыҙамлы булыуын һәм оҙайлы эшләүен һаҡлауҙа коррозия ингибиторҙары (ацеталдәр һәм уларҙың гетероаналогтары нигеҙендә) тәьҫире механизмын өйрәнеүгә арналған. Ғ. металдарҙы кислоталар һәм көкөртлө водород тәьҫирендәге коррозиянан һаҡлаусы юғары эффектлы ингибиторҙар етештереү технологияһын эшләй, улар “Башнефть” АНК‑нда (1998) һәм РФ‑тың башҡа нефтехимия сәнәғәте пр‑тиеларында индерелә. Башҡортостан комсомолы пр. лауреаты (1985). 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 15 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Итоги и перспективы в теории и практике борьбы с коррозией. Уфа, 1998; Современные системы защиты от электрохимической коррозии подземных коммуникаций. В 2 т. Т.1. Катодная защита густоразветвлённой сети подземных трубопроводов. Уфа, 1999 (авторҙ.); Ингибиторы коррозии. В 4 т. Т.4. Теория и практика противокоррозионной защиты нефтепромыслового оборудования и трубопроводов. М., 2007 (авторҙ.)

Д.Л.Рахманҡолов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика