ВОСТРИКОВ Николай Сергеевич  (30.11.1951, Махачкала), химик‑органик.  Химия ф. канд. (1980). Ҡаҙаҡ  химия‑технология ин‑тын тамамлаған  (Чимкент ҡ., 1973). 1975 й. алып Органик  химия ин‑тында эшләй (1982 й.  башлап өлкән ғилми хеҙм‑р). Фәнни  хеҙмәттәре эйкозаноидтар синтезы өлкәһендәге  тикшеренеүҙәргә һәм юғары  эффектлы яңы простагландин  реагенттары булдырыуға арналған.  В. ҡатнашлығында клопростенол синтезы,  уның нигеҙендә малсылыҡ сәнәғәте  өсөн эстуфалан һәм клатрапростин  препараттары технологияһы  эшләнә. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт  һәм 10 уйлап табыу авторы. РФ‑тың  Дәүләт пр. лауреаты (1992).

О.С.Вострикова

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика