ВОРОНКОВ Михаил Григорьевич (6.12.1921, Орёл ҡ.), химик‑органик. РФА акад. (1991), химия ф. д‑ры (1957), проф. (1962). Фәнни эшмәкәрлеге кремнийорганик һәм көкөрторганик берләшмәләрҙе өйрәнеүгә арналған. В. тәү башлап силоксандарҙы тарҡатыусы гетеролитик реакциялар үткәрә; координация һаны 5—6 булған кремнийлы берләшмәләрҙе, ш. иҫ. силатрандарҙы, синтезлау ысулын эшләй, уларҙың юғары биол. һәм физиол. активлығын билдәләй; көкөрт һәм көкөртлө водородтың органик берләшмәләр м‑н яңы реакцияларын аса. Биокремнийорганик химия б‑са фәнни йүнәлешкә нигеҙ һалыусы. 70‑се йй. В.П.Юрьев м‑н берлектә кремнийгидридтарҙың химик бәйләнештәре аралаш берҙәм системалы диендар м‑н теломеризацияһын, 80‑се йй. С.С.Злотский, Д.Л.Рахманҡолов м‑н циклик ацеталдәрҙең кремнийлы аналогтарын синтезлау, төҙөлөшөн һәм үҙенсәлектәрен өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрә. 1978—83 йй. ӨНИ‑лә уҡыта. В. етәкс. дихлорсилан ҡатнашлығындағы берләшмәләр алыу ысулдары камиллаштырыла һәм Реактив ҒТИ‑нда (Өфө) уларҙы тәжрибә рәүешендә етештереү ойошторола. РФ‑тың Дәүләт (1997), СССР МС‑ы (1991), А.Н.Несмеянов (2003), Д.И.Менделеев (2009) ис. пр. лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1975), Халыҡтар дуҫлығы (1981), 4‑се дәрәжә “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (1999), Почёт (2008) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Гетеросилоксаны. Новосибирск, 1984 (авторҙ.); Кремнекислородные соединения неметаллов. Производные азота и фосфора. Новосибирск, 1988 (авторҙ.); Макрогетероциклы. М., 1988 (авторҙ.).

С.С.Злотский

Тәрж. Л.И.Шарапова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика