ВИСБРЕКИНГ (ингл. viscosity — ҡуйырыусанлыҡ, йәбешкәклек, һуҙылыусанлыҡ һәм breaking — ватылыу, емерелеү), вакуумда тура ҡыуылған нефть ҡалдыҡтары ҡуйылығын кәметеүсе термик крекинг төрө. Процесс 430—500°С т-рала һәм 1—3,5 МПа баҫым аҫтында үткәрелә. Мейес варианты (480—500°С т‑рала торба рәүешле мейестә; сеймал 2—3 мин артыҡ тотолмаҫҡа тейеш) һәм сеймалы мейестән сыҡҡас өҫкә йәки аҫҡа табан аҡҡан сығармалы реакция камералы В. (процесс торба рәүешле мейестә башлана һәм 430—460°С т‑рала камера эсендә тамамлана; сеймал унда 10—15 мин була) айырыла. В. гудрондар, һирәкләп ауыр нефттәр, мазуттар һәм асфальтһыҙлаштырыу процесы асфальттары дусар ителә. 20 б. 50-се йй. аҙ. илдә тәүгеләрҙән Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда (Ю.С.Сабадаш һ.б.) һәм ӨНИ‑лә (М.Е.Левинтер) сәнәғәт термик крекинг ҡоролмаларын В. процесына яраҡлаштырыуҙың фәнни нигеҙҙәре һалына. 60‑сы йй. Салауат нефтехимия комбинатында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) В. процесы термик крекинг ҡоролмаһында тәүгеләрҙән һынау үтә; ҡоролмаларҙың ремонт- ара эшләү ваҡытын оҙайтыу өсөн мейестәрҙең торбалары эсендә кокслаштырыуҙы кәметеү присадкалары уйлап табыла. 70‑се йй. аҙ. — 80‑се йй. башында Г.Г.Валявин, Д.Ф.Варфоломеев һ.б. проекттары б‑са Өфө нефть эшкәртеү заводында В. ҡоролмаһы төҙөлә, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводында һәм КПСС‑тың 22‑се съезы ис. Өфө НЭЗ‑нда (ҡара: “Уфанефтехим”) термик крекинг ҡоролмалары В. процесына яраҡлаштырыла. 1985 й. илдә тәүгеләрҙән Яңы Өфө НЭЗ‑нда Р.Н.Ғимаев, Ғ.Ғ.Теләшев тарафынан ҡалдыҡтар ҡыуыу өсөн В. вакуум колонналы технологик схемаһы эшләнә һәм ҡулланыла. Нефть техник университетында гудронды пропан м‑н асфальтһыҙлаштырыуҙың асфальт В. технологияһы эшләнә (Ғимаев, Ә.Ф.Ишкилдин), ул 90‑сы йй. уртаһында Яңы Өфө НЭЗ‑нда һәм “Уфанефтехим” АЙ‑нда индерелә (В.А.Ганцев, М.М.Кәлимуллин, А.Ф.Махов). Нефтехимия эшкәртеү институтында термогидровисбрекинг (водород һәм уның донорҙары ҡатнашлығында гудрон В.) технологияһы эшләнә һәм пилот ҡоролмаларында һынауҙар үткәрелә (Валявин, Ишкилдин, Э.М.Манапов һ.б.). Институт ғалимдары (Р.Р.Вәзиров, Э.Ғ.Теләшев һ.б.) ҡатнашлығында Яңы Өфө НЭЗ‑ында В. сәнәғәт ҡоролмалары үҙгәртеп ҡорола. Башҡортостан нефтехимия компанияһы пр‑тиеларында РФ‑тың иң ҡеүәтле В. ҡоролмалары (йылына 1,1—1,5 млн/т) бар, уларҙа 2005 й. 4 млн т ашыу сеймал эшкәртелгән. БР ғалимдары тарафынан уйлап табылған В. технологиялары ш. уҡ илдең башҡа төбәктәренең (Ангарск, Волгоград, Ярославль ҡҡ.) нефть эшкәртеү з‑дтарында индерелә. 2009 й. “Салаватнефтеоргсинтез” ААЙ‑нда В. ҡоролмаһы файҙаланыуға тапшырыла (сеймал б‑са ҡеүәте 1,5 млн т). В. һөҙөмтәһендә углеводород газдары һәм бензин (дөйөм сығышы 10%‑тан артмай), газойль (10—25%) барлыҡҡа килтереп, алифатик һәм нафтен углеводородтары, асфальтендарҙың күләмле структуралары тарҡала. В. мейес варианты ҡаҙанлыҡ яғыулығын, сығармалы реакция камералы В. 360°С тиклем т-рала ҡайнап сыҡҡан кәрәсингазойль фракцияларын алыуҙы арттырыу өсөн файҙаланыла.

Әҙәб.: Труды БашНИИНП. М., 1963. Вып.6; В а р ф о л о м е е в Д.Ф., Ф р я з и н о в В.В., В а л я в и н Г.Г. Висбрекинг нефтяных остатков: темат. обзор. М., 1982 (Серия: Переработка нефти); Х а й р у д и н о в И.Р., И ш к и л ь д и н А.Ф., М а к с и м е н к о М.М. Термический крекинг и новые резервы углубления переработки нефти. Уфа, 1995; А х м е т о в С.А. Технология глубокой переработки нефти и газа. Уфа, 2002.

Ә.Ф.Ишкилдин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика