ВИНИПЛАСТ, поливинилхлорид нигеҙендә эшләнгән термопластик конструкция материалы. Составында тулыландырыусылар (полимер массаһынан 200% һәм унан да күберәк), йылытыу һәм яҡтылыҡҡа ҡаршы стабилизаторҙар (10%), пигменттар һәм буяуҙар (10%), пластификациялаусы өҫтәмәләр (10%-тан артыҡ түгел), майлағыстар (1%), антиоксиданттар һ.б. бар. Янмаусы, ҡаты, коррозияға бирешмәүсе полимер; кислота һәм һелте, бензин тәьҫиренә сыҙамлы; хлорароматик углеводородтар тәьҫиренә тотороҡһоҙ. Механик юл м‑н эшкәртелә: 230—250°C эҫе һауа тәьҫирендә иреп тоташа, елем м‑н йәбешә. Плёнка, табаҡ, торба һәм гранула рәүешендә сығарыла. В. әйберҙәр (крандар, химик аппаратура, тәҙрә рамдары, иҙән һәм стена өсөн плиталар, һауыттар, ш.иҫ. аҙыҡ‑түлек өсөн, һ.б.) экструзия йәки баҫым аҫтында ҡойоу юлы м-н формалана (ҡара: Полимерҙар эшкәртеү). 20 б. 70‑се йй. Башҡорт дәүләт университетында В. етештереү технологияһы проблемалары һәм уны файҙаланыу үҙенсәлектәрен яҡшыртыу б‑са тикшеренеүҙәр башлана (К.С.Минскер). Медицина, аҙыҡ‑түлек сәнәғәте, а.х. өсөн төрлө тәғәйенләнешле В. сығарыу ысулдары уйлап табылған һәм “Каустик” ААЙ‑нда, РФ (Владимир ҡ.) һәм Украина (Бровары ҡ.) пр‑тиеларында индерелгән. 

 К.С.Минскер

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика