АҘНАЛЫ, Белорет р‑нындағы ауыл, Әзекәй а/ с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 16 км һәм Сермән т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 4 км алыҫлыҡта Ҡаран й. (Ағиҙел й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 481 кеше; 1920 — 542; 1939 — 303; 1959 — 267; 1989 — 379; 2002 — 414; 2010 — 415 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға 18 б. 30—50‑се йй. Нуғай даруғаһы Ҡатай улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. билдәле). Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Мырҙағол Аҙналин билдәле. 1900 й. тиклем Өс Зәйет дөйөм исеме м‑н йөрөтөлгән 3 ауыл [Әзекәй, А., Б(Ҡ)аҙыш] иҫәбендә теркәлгән, уларҙың халҡы бергә иҫәпкә алынған: 1795 й. 55 йортта 268 кеше йәшәгән, 1866 й. 146 йортта — 866 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 20 б. 20‑се йй. хәҙ. исемен йөрөтә. Р.Ф.Ғәбитов, Ф.Ғ.Ғәбитов ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018