“ВЕСТНИК АКАДЕМИИ НАУК РЕСПУБЛИКИ БАШКОРТОСТАН” (“Башҡортостан Республикаһының Фәндәр академияһы хәбәрҙәре”), фәнни һәм ижт.-сәйәси журнал. Ойоштороусыһы — БР ФА. Журнал РФ Мәғариф һәм фән министрлығының Юғары аттестация комиссияһы тарафынан фән докторы һәм кандидаты ғилми дәрәжәһенә дисс. яҡлау б‑са иң мөһим ғилми һөҙөмтәләр баҫылырға тейешле рецензияланған төп ғилми журналдар һәм баҫмалар исемлегенә индерелгән. Өфөлә йылына 4 тапҡыр урыҫ телендә сыға. Тиражы — 500 дана. (2012). 1995 й. ойошторола, журналдың 1‑се һаны 1996 й. сыға. Журналда БР ФА‑ның эшмәкәрлеге яҡтыртыла, фән тармаҡтары б‑са фәнни тикшеренеүҙәрҙең һөҙөмтәләре, БР‑ҙа фәндең барлыҡҡа килеү һәм үҫеш алыу тарихы б‑са мәҡәләләр, ғилми мәктәптәр, ғилми-тикшеренеү коллективтары, ғалимдар т‑да очерктар һ.б. баҫыла. Рубрикалары: “Проблемалар, эҙләнеүҙәр, яуаптар”, “Президиум кафедраһы”, “Ғалим портреты”, “Фәнни конференциялар”, “Рәсми бүлек” һ.б. Баш мөхәррирҙәре: В.Н.Одиноков (1996 й. алып), Р.В.Ҡунаҡова (2005 й. һәм 2016 й. алып), А.Н. Дегтярёв (2006 й. алып), Р.Н.Бәхтизин (2012 й. алып).

Г.Т.Хөсәйенова

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика