ВАЛЯВИН Геннадий Георгиевич (25.12.1938, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.), инженер-технолог. Техник ф. д‑ры (1987). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1996), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1979). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1966) Нефтехимия эшкәртеү проблемалары ин‑тында эшләй: 1976 й. алып лаб. мөдире, 1978— 87 йй. һәм 1994 й. башлап бүлек мөдире, 1987—94 йй. дир. урынбаҫары. 2000 й. башлап ӨДНТУ‑ла эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге төрлө нефть сеймалының термик әүерелештәре кинетикаһын һәм механизмын, юғары т‑раға еткерелгән нефть системаларының физик-химик механикаһын өйрәнеүгә арналған. В. ҡатнашлығында анизотропик структуралы коксты сәнәғәттә етештереү технологияһы эшләнә, ул Яңы Өфө һәм Красноводск (Төркмәнстан) НЭЗ‑дарында индерелә; 21 яйлатып кокслаштырыу ҡорол маһы төҙөлә һәм үҙгәртеп ҡорола (Ангарск, Атырау, Баҡы, Фирғәнә ҡҡ. һ.б.), БР һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендәге нефть эшкәртеү з‑дтарында термик крекинг һәм висбрекинг процестары индерелә. В. етәкс. РФ‑та тәүге тапҡыр нефть эшкәртеү тәрәнлеген 95%‑ҡа еткергән яйлатып кокслаштырыу технологияһы эшләнә һәм “Уфанефтехим” ААЙ‑нда индерелә. 350‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 85 уйлап табыу авторы.

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика