ВӘЛИТОВ Нәжип Хәтмулла улы [15.2.1936, БАССР‑ҙың Топорнин р‑ны Ҡарасайылға а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) — 3.10.2008, Өфө], химик-технолог. Химия ф. д‑ры (1978), проф. (1985). СССР‑ҙың нефть эшкәртеү һәм нефтехимия сәнәғәте отличнигы (1981), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1959) “Башнефтепроект” ин‑тының Салауат филиалында эшләй; 1962 й. алып Салауат нефтехимия комб‑тының тәжрибә‑тикшеренеүҙәр з‑дында (1970 й. башлап дир.); 1974 й. — “Башнефтехимзаводы” терр. берекмәһенең нач. урынбаҫары, 1976 й. — баш инженеры; 1987— 2003 йй. БДУ‑ла уҡыта. Фәнни-производство эшмәкәрлеге сәнәғәт катализаторҙарының физик‑химик үҙенсәлектәрен, каталитик реакцияларҙың кинетикаһын һәм механизмын тикшереүгә арналған. В. етәкс. нефть яғыулыҡтарын, ш. иҫ. уларҙың юғары калориялы һәм экологик таҙа төрҙәрен, бутил спирттары, синтетик май спирттары, метилэтилкетон, пластификатор, аммиак, техник водород һ.б. етештереүҙең яңы технологиялары эшләнгән һәм етештереүгә индерелгән; респ. нефть эшкәртеү заводтарының технологик ҡорамалдары үҙгәртеп ҡоролған. 150‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 23 уйлап табыу авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1976), Халыҡтар дуҫлығы (1986) орд. м‑н бүләкләнгән.

Х е ҙ м.: Вакуумные колебания при химическом возбуждении атомов, молекул и хаотичность силовых линий электромагнитного и гравитационного поля. Уфа, 1997; Электромагнитные и гравитационные взаимодействия виртуальных диполей, Т‑инвариантность, мгновенность, периодичность равновесных процессов, универсальность изотермически десорбируемых и термодесорбируемых частиц. Уфа, 2002.

 

Р.Р.Хәбибуллин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика