ИҠТИСАДИ ӘҮҘЕМ ХАЛЫҠ, халыҡтың килем килтерә торған ижт.‑файҙалы эшмәкәрлек м‑н шөғөлләнгән өлөшө. Производствоға эшкә яраҡлы халыҡты йәлеп итеү кимәленең күрһәткесе булып тора, халыҡтың енес‑йәш буйынса структураһы м‑н бәйле. Мәшғүл (ҡара: Халыҡтың мәшғүллеге) һәм эшһеҙ (ҡара: Эшһеҙлек) халыҡты үҙ эсенә ала. БР‑ҙа халыҡтың дөйөм һанына ҡарата И.ә.х. кимәле 2010 й. — 65,8%, 2012 й. — 66,7% тәшҡил иткән, ш. иҫ халыҡтың 59,9%‑ы һәм 62,7%‑ы эш м‑н тәьмин ителгән.

Р.Ә.Ғәлин

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.