ИҠТИСАДИ ҺӘМ СОЦИАЛЬ ГЕОГРАФИЯ, халыҡтың, тәбиғәт ресурстарының һәм шарттарының урынлашыу законлыҡтарын, хужалыҡты ойоштороу, уның үҫеш юлдарын өйрәнеү, баһа биреү т‑дағы фән. Халыҡ географияһынан, тәбиғәт байлыҡтарын файҙаланыу, мәҙәниәт, хужалыҡ, хәрби, рекреацион һ.б. географияларҙан тора. Иҡтисад, социология, статистика, регионология, глобалистика, илдәрҙе өйрәнеү м‑н тығыҙ бәйле.

Башҡортостанда иҡт.‑географик йүнәлештәге тикшеренеүҙәр 1768 й. Академик экспедициялар тарафынан башлана, уларҙың хеҙмәттәрендә халыҡтың этногеографик үҙенсәлектәре, терр‑яла халыҡты урынлаштырыу мөмкинлектәре һ.б. күрһәтелгән. 19 б. Ырымбур губернаһының И.һ.с.г. И.Л.Дебу, И.В.Жуковский, В.М.Черемшанскийҙарҙың хеҙмәттәре арналған. Статистика комитеттары төҙөлгәндән һуң төбәкте өйрәнеү планлаштырыу һәм терр‑я үҫешен өйрәнеү ысулдарын ҡулланып, статистика мәғлүмәттәре анализы нигеҙендә алып барыла, земство статистикаһы системаһы булдырыла, Өфө губернаһының соц. һәм иҡт. үҫешен тасуирлау ойошторола (Н.А.Гурвич, В.А.Новиков һ.б.). 20 б. 30‑сы йй. респ. И.һ.с.г. б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә, уның һөҙөмтәләре халыҡ хужалығын планлаштырыуҙа ҡулланыла (Ш.С.Абҙанов һ.б.). 50—60‑сы йй. сәнәғәтте һәм халыҡты урынлаштырыу, Өфө ҡала агломерацияһы үҫеше (Г.Н.Заплатина, Т.Х.Күзбәков, М.Д.Маслов, Р.Н.Нәбиуллина, М.Ф.Хисмәтов һ.б.), етештереү көстәрен урынлаштырыу проблемалары (Х.Я.Тахаев) өйрәнелә. 60‑сы йй. сәнәғәт үҙәктәрен (Ю.Н.Палеев, Ю.Г. Саушкин һ.б.), төрлө кимәлдәге биләмәләрҙең транспорт‑иҡтисад бәйләнештәрен (В.Н.Кузнецов) өйрәнеү б‑са Волга буйы экспедицияһы ойошторола. 70‑се йй. алып БДУ, БДАУ, БДПУ, ӨДАТУ‑ла ауыл ерен, ауыл хужалығын үҫтереү проблемалары өйрәнелә (Ә.Н.Арыҫланова, М.Х.Вәлиев, В.А.Максимов һ.б.), халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе, тәбиғи артыуы һәм хеҙмәт ресурстары проблемалары ҡарала (Р.Ә.Ғәлин, З.Ш.Ҡотлобаев һ.б.), 80‑се йй. башлап эффектив төбәк үҫеш теорияһы һәм тәбиғәтте файҙаланыу географияһы проблемалары тикшерелә (Р.Ғ.Сафиуллин), соц. география, халыҡтың урынлашыуы һәм тығыҙлығы (Ғ.Ә.Ғафаров, И.В.Голубченко, Р.М.Сафиуллина, Т.П.Тельнова һ.б.), тышҡы иҡтисади бәйләнештәр (Закиров), урбанизация (И.Э.Мөхәмәтнуров) мәсьәләләре һ.б. өйрәнелә. Соц.‑иҡт. үҫеште өйрәнеү һөҙөмтәләре респ. иҡтисади районлаштырыу схемаһын эшләгәндә файҙаланыла.

Әҙәб.: Хисматов М.Ф. Башкирия: экономико-геогр. очерк. Уфа, 1979; Сафиуллин Р.Г. Эффективность территориальных промышленных систем Республики Башкортостан: экономико-геогр. подход. Ч.1. Уфа, 1995.

И.В.Голубченко

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018