ЕҘЕМ, Елем, йылға, Ағиҙел й. уң ҡушылдығы. Елмәрҙәк һыртының көнсығыш битләүендә башлана. Белорет р‑ны буйлап төньяҡ-көнсығыштан көньяҡ-көнбайышҡа, Егәҙе й. тамағынан төньяҡ-көнбайышҡа табан Белорет, Ғафури һәм Архангел р‑ндары буйлап ағып, Ағиҙел й. (тамағынан 585 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 215 км, басс. майҙаны 3280 км2, дөйөм түбәнәйеүе 607 м. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Йыллыҡ аҡманың 65—85%‑ы — яҙғы (апр.—май), 10—15%‑ы — йәйге-көҙгө (июнь—окт.), 5—10%‑ы ҡышҡы (нояб.—март) осорҙарға тура килә. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы — 38,7 м3/с. Басс. рельефы тәпәш таулы, терр‑яһы бик күп ҡушылдыҡ үҙәндәре м‑н йырғыланған. Бассейны әүжән свитаһы, елмәрҙәк свитаһы тау тоҡомдарынан, вендтың әшә серияһынан ғибәрәт. Карст үҫешкән. Ландшафы башлыса һоро урман тупрағында һәм кәҫле көлһыу тупраҡта үҫкән киң япраҡлы урмандарҙан тора. Бассейнының 84%‑ын — урман, 1%‑ын һаҙлыҡ тәшкил итә. Ҡушылдыҡтары: уң — Манайлы, Оло Рәүәт һ.б., һул — Егәҙе, Оло һәм Бәләкәй Шешәнәк, Таҡаты, Мәндем һ.б.

В.А.Балков, В.А.Загорский

 Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика