АҘНАҠАЕВА Рәйлә Шәрәфи ҡыҙы (18.10.1952, Чкалов өлк. Ҡыуандыҡ р‑ны ш. уҡ исемле ҡсб, хәҙ. Ҡыуандыҡ ҡ.), йырсы (лирик‑колоратуралы сопрано). БР‑ҙың халыҡ артисы (1992). ӨДСИ‑не тамамлаған (1982; Р.Ғ.Ғәлимуллина класы). 1983 й. алып Башҡ. филармонияһы солисткаһы, бер үк ваҡытта 1997 й. — ӨДСА‑ла уҡыта. Өс октаваға еткән киң диапазонлы сағыу тауыш, виртуоз техника эйәһе. А. башҡарыу манераһы артистизм, хисле булыуы, стилде нескә тойоуы м‑н айырылып тора. Башҡ. халыҡ йырҙарын башҡарғанда милли традициялар һәм классик вокал үҙенсәлектәре тәбиғи рәүештә берләшә. Репертуарында сит ил (И.С.Бах, В.Беллини, Г.Ф.Гендель, Г.Доницетти, Дж.Верди, В.А.Моцарт, Дж.Россини, И.Штраус һ.б.) һәм ватан (А.А.Алябьев, И.О.Дунаевский, Х.Ш.Заимов, З.Ғ.Исмәғилев, С.В.Рахманинов, Н.А.Римский‑Корсаков, С.Ғ.Садиҡова, П.И.Чайковский, Х.Ф.Әхмәтов, Р.М.Яхин һ.б.) композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, халыҡ йырҙары урын ала. Рәсәй, Германия буйлап гастролдәрҙә була.

Б.М.Миркин

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.