ЕР АҪТЫ ҺЫУҘАРЫ, Ер ҡабығының бөтә агрегат хәлендәге (шыйыҡ, быу кеүек, ҡаты) һыуҙары. Е.а.һ. башлыса инфильтрация иҫәбенә, ҡоро климат шарттарында, Фольгер (1877) һәм Лебедев А.Ф. (1907—19) б‑са, һыу быуының конденсатҡа әйләнеүе арҡаһында формалаша. Химизмы б‑са — сөсө (1 г/л аҙыраҡ), минераль һыуҙар; т‑раһы б‑са — һалҡын (20°С түбәнерәк), термаль; ятышы б‑са тупраҡтағы, тупраҡлы грунттағы, грунттағы баҫымһыҙ, аҙ баҫымлы һәм артезиан Е.а.һ. айыралар. Е.а.һ. сығанаҡтарын тәбиғигә һәм яһалмаға; түбәнәйгән һәм урғылып сыҡҡан; дебиты, режимы б‑са даимиға, ваҡытлыға һәм миҙгеллегә бүләләр. БР‑ҙың көнбайыш өлөшө Көнсығыш Рәсәй ҡатмарлы бассейнына һәм Урал алды ҡатмарлы бассейнына (ҡара: Гидрогеологик районлаштырыу) ҡарай. Йылғаларҙы туйындырыусы Е.а.һ. 90%‑тан ашыуы юғары хәрәкәт тиҙлеге, яуым-төшөмдөң интенсив инфильтрацияһы м‑н билдәләнгән әүҙем һыу алмашыныу зонаһынан килә. Өфө яйлаһының һәм Уралдың ситке һырттарының ярғыланған һәм карсланған тау тоҡомдарында уның ҡалынлығы 150—550 м тәшкил итә; Урал алды бөгөлөндә — үҙәндәрҙә 20—60 м алып һыу айырғыстарҙа 70—140 м тиклем; платформа өлөшөндә — үҙәндәрҙә 20—50 м алып Ағиҙел буйы тигеҙлегендә 100—150 м тиклем һәм Бөгөлмә-Бәләбәй ҡалҡыулығында — 200—270 м. Һыулы горизонттарҙың тау тоҡомдарынан иретмәле химик элементтар һарҡып төшөү сәбәпле, төрлө составлы аҙ тоҙло һәм тоҙло һыуҙар барлыҡҡа килә. Бассейндың гидростратиграфик киҫелешендә һыу м‑н тәьмин итеүҙең төп сығанағы булған бер нисә һыу комплексы айырыла. Башҡортостан Уралы һәм Урал аръяғы Е.а.һ. Оло Урал ҡатмарлы бассейнының ярыҡ, ярыҡ-юлаҡ, карст һыуҙарына ҡарай. Ултырма, магматик, метаморфик тау тоҡомдарының ныҡ ярылыусан урындарында һыу м‑н туйындырылған зонаның ҡалынлығы 40—60 м, урыны м‑н 150 м тиклем, карст һәм сатнау зоналарында — 200 м һәм унан да күберәк. Е.а.һ. ятышы тәрәнлеге далаларҙа 1—10 м алып текә битләүҙәрҙә һәм һыу айырғыстарҙа 40—50 м тиклем; һыуҙар башлыса баҫымһыҙ. Урал гидрогеол. өлкәһендә химик составы һәм һыуға муллығы б‑са дүртенсел осорҙан алып протерозойға тиклем һыу комплекстарын айыралар. Эсәр Е.а.һ. дөйөм запасы тәүлегенә 2569,17 мең м3 булған 125 ятҡылыҡ тикшерелгән, ш. иҫ. Кама й. басс. — тәүлегенә 2403,66; Урал — 164,25; Тубыл — тәүлегенә 1,27 мең м3 (2011). Шулай уҡ ҡара: Карст һыуҙары.

В.А.Загорский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика