ИШӘЙ МӘМЕРЙӘЛӘРЕ. Ишембай р‑нының Ишәй а. төньяҡҡа табан 1 км алыҫлыҡта Һәләүек й. үҙәненең уң ярында урынлашҡан. Мәмерйәләр карслы, көңгөр ярусының гипстарында барлыҡҡа килгән. Төньяҡ-көнсығыш йүнәлешле үҙ‑ара тоташҡан 6 горизонталь мәмерйә‑коридорҙан ғибәрәт. Оҙонлоғо 1002 м, уртаса киңлеге 4,6 м, уртаса бейеклеге 2 м, тәрәнлеге 26 м, майҙаны 4,6 мең м2, күләме 9,6 мең м3. Мәмерйәләргә 18 инеү урыны бар. 3 мәмерйә 2 яруслы, стеналарында кальцит һарҡымдары бар. Коридор иҙәне ҙур таш киҫәктәре, балсыҡ, ҡом һәм ҡырсынташ м‑н ҡапланған.

Ю.В.Соколов

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке