Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/I/ISHIMBAI_RN.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/I/ISHIMBAI_RN.jpg'

ИШЕМБАЙ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Ғафури, көнсығышта — Белорет һәм Бөрйән р‑ндары, көньяҡта — Мәләүез һәм көнбайышта Стәрлетамаҡ р‑ндары менән сиктәш. 1937 й. 20 мартында БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ һәм Маҡар райондарын (ҡара: Административ район) бүлеү арҡаһында, Стәрлетамаҡ ҡ. составынан Ишембай ҡасабаһын айырып сығарып ойошторола. 1940 й. 10 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Маҡар һәм Стәрлетамаҡ р‑ндары составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 4003 км2. Адм. үҙәге — Ишембай ҡ., Өфөнән көньяҡҡа 160 км һәм Салауат т. юл ст. төньяҡ‑көнсығышҡа табан 18 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 46,5; 1989 — 25,8; 2002 — 25,6; 2010 — 25,0. Милли составы (2002): башҡорттар — 71,6%, урыҫтар — 16,8%, татарҙар — 5,9%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 6,5 кеше/км2. Районда 17 ауыл советы, 85 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Петровский (2,6 мең кеше), Яңы Әптек (1,4 мең кеше), Ишәй (1,0 мең).

Көнбайыш өлөшөнөң рельефы — Ағиҙел буйы убалы тигеҙлегенең бейек булмаған ҡалҡыулыҡтары (абс. бейеклеге 300—350 м), ш. уҡ Шәкетау һәм Торатау яңғыҙ тауҙарына, көнсығыш өлөшө Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш һырттарына тура килә. Карст үҫешкән, мәмерйәләр бар (Хазина мәмерйәһе, Ишәй мәмерйәләре һ.б.). Райондың көнбайыш өлөшө — Шихан‑Ишембай биләнендә, Ағиҙел депрессияһында, көнсығыш өлөшө Башҡорт мегантиклинорияһының тышҡы йыйырсыҡлы зонаһында урынлашҡан. Районда таш тоҙо (Яр‑Бишҡаҙаҡ), гипс (Һәләүек), кирбес сеймалы булған балсыҡ (Урман‑Бишҡаҙаҡ), ҡомлоҡ (Урман‑Бишҡаҙаҡ) ятҡылыҡтары; нефть ятҡылыҡтары (Ишембай нефть ятҡылығы, Тәйрүк, Цветаев) һ.б. бар. Климаты уртаса континенталь. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2°C, ғин. уртаса т‑ра −15°С, таулы өлөшөндә −16°С, июлдең уртаса т‑раһы көнбайышта 19°С, көнсығышта 18°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. −50°C. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 450—700 мм (БР‑ҙа иң дымлы урын). Гидрографик селтәрҙе Тәйрүк, Һәләүек, Егән һ.б. ҡушылдыҡтары менән Ағиҙел й. барлыҡҡа килтерә. Тигеҙлектә һоро урман тупрағы, йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ өҫтөнлөк итә, таулы ерҙәрҙә — һоро тау‑урман тупрағы. Киң япраҡлы (ҡалҡыу урындарҙа ҡатнаш), икенсел ҡайын һәм уҫаҡ урмандары район майҙанының 68,6%‑ын биләй. Хайуандар донъяһы дала һәм урман төрҙәренән тора. Хазина мәмерйәһе һәм Берғамыт шишмәһе, Егән, Ташөй, Ыласын, Олимпия мәмерйәләре һәм уларҙың тирә‑яғы, Кәлимосҡан ҡаяһы, Салауат Юлаев мәмерйәһе һәм уның тирә‑яғы, Алатау биләмәһе, Ҡарауылтау, Торатау тауҙары, Ҡыҙылташ, Селтәрлеуртаташ төбәктәре, Ромадановка йырыны, Туғарһалған күле һәм уның тирә‑яғы, Ҡуҡрауыҡ шарлауығы, Ҡолоҡ й. тирә‑яғы — тәбиғәт ҡомартҡылары. Ишембай заказнигы ойошторолған.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 97,6 мең га (дөйөм майҙандың 27,4%) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 42,1, сабынлыҡтар — 23,3, көтөүлектәр — 32,2; урмандар майҙаны — 289,3; ер өҫтө һыуҙары — 1,3. Райондың тигеҙ өлөшө көньяҡ урман‑дала зонаһына инә, таулы өлөшө — тау‑урман зонаһына. А.х. пр‑тиелары [12 ЯСЙ, 139 крәҫтиән (фермер) хужалығы] иген культуралары һәм техник культуралар үҫтереүгә, йәшелсәселеккә, ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы, сусҡа үрсетеүгә махсуслаша. Умартасылыҡ үҫешкән. Нефть сығарыу эшен “Башнефть” АНК‑ның филиалы “Башнефть—Добыча” алып бара, таш тоҙо, эзбизташ — “Сырьё компанияһы” ЯАЙ, урман әҙерләү менән “Ишембай урманы” (Петровский) шөғөлләнә. ӨАПБ филиалы, “Башкиртавтодор”, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы, МТС бүлексәһе һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Стәрлетамаҡ—Белорет, Ишембай—Красноусол, Ишембай—Воскресенск—Мәләүез автомобиль юлдары үтә. Көньяҡ иҡтисади төбәккә инә. Районда ПУ, 38 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 20‑һе урта мәктәп, ш. иҫ. Маҡар урта мәктәбе, 19 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, балалар сәнғәт мәктәбенең 3 филиалы, балалар йорто (Петровский), “Өмөт” балаларға ярҙам күрһәтеү филиалы (Урман‑Бишҡаҙаҡ а.); 3 участка дауаханаһы, 4 амбулатория, 36 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, 48 клуб учреждениеһы, 39 китапхана, Вәлиди Ә.‑З. музейы, И.Ғ.Ғиззәтуллин (Түб. Әрмет а.), А.Б.Мөхәмәтҡолов (Маҡар а.) музейҙары, тыуған яҡты өйрәнеү музейы бар. Районда 5 халыҡ һәм 3 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Восход” гәз. сыға.

Г.Н.Кәбирова, З.Ш.Тимербаева

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта: Ишембай районы

Текст на русском языке