АҘНАЙ ТОРАМАҺЫ, тарих ҡомартҡыһы. 17—19 бб. ҡарай. Ишембай р‑ны Аҙнай һәм Хажы аа. араһында Хажи Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) уң ярында урынлашҡан. 1997 й. урындағы халыҡ тарафынан табыла, 1998 й. ТТӘИ, Стәрлетамаҡ пед. ин‑ты һәм Мәҙәниәт министрлығының Ғилми‑производство үҙәгенең берлектәге экспедицияһы (етәкс. Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов, А.Ф.Йәминов) өйрәнә. Түңәрәк яһап урынлаштырылған тирмәгә оҡшаш ҡоролмаларҙың ҡалдыҡтары асыҡланған. Тамға мисәтле бронза йөҙөк, балсыҡтан яһалған уйынсыҡ һыҙғыртҡыс, һөйәк һаплы тимер бысаҡтар, балталар, шлак, ағас эшкәртеү ҡоралдары, айыу һөңгөһөнөң осо һәм уҡ башағы, һарыҡ йөнө ҡырҡыу өсөн ҡайсылар, сыра ҡыҫтырғыс, салғы, тимерлек ҡыпһыуыры, ураҡ һәм суйын ҡаҙан һыныҡтары, таш ҡул тирмәне, һөйәк әҙерләмәләр, Урта Азияла етештерелгән быяла муйынсаҡ бөртөктәре табылған. Халҡы малсылыҡ, игенселек, тимерселек эше, һөйәктән әйберҙәр яһау м‑н шөғөлләнгән. Фаразланыуынса, торама юрматы ырыуының ҡышлауы (ҡара: Башҡорт йәйләүҙәре), һуңынан ауыл булған. Урындағы халыҡ араһында А.т. Иҫке йорт атамаһы м‑н һаҡланыуы ла шуны раҫлай. А.т. материалдары Милли музейҙа һаҡлана.

Г.Н.Гарустович, В.А.Иванов, А.Ф.Йәминов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.