ИСМАҠОВ Рөстәм Әҙип улы (4.3.1958, Өфө), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007). РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2015). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1980) шунда уҡ эшләй: 1986 й. алып ғилми-тикшеренеү секторының нач. урынбаҫары, 1987 й. – нач., 1988—2007 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 2009 й. – нефть һәм газ скважиналарын быраулау каф. мөдире, 2014 й. башлап фәнни һәм инновацион эштәр б‑са проректор. Фәнни эшмәкәрлеге “скважина–скважиналағы шыйыҡса–инструмент” системаһының триботехник һәм геомеханик аспекттарын, эшләү тотороҡлоғон өйрәнеүгә арналған. Тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре Одопту-диңгеҙ ятҡылығында (Сахалин утрауы) вертикалдән үтә йыраҡҡа сигенгән скважиналарҙы быраулауҙа файҙаланылған. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн уҡытыу‑методик ҡулланмалар, 12 уйлап табыу авторы.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке