ГӘРӘЕВ Әүфәр Миңлеғәзим улы [28.10.1946, БАССР‑ҙың Ҡандра р‑ны Сәйрән а. (БР‑ҙың Туймазы р‑ны)], географ-гидролог. Геогр. ф. д‑ры (1991), проф. (1992). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1998). БР һыу хужалығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (2010). Ташкент ун‑тын тамамлаған (1970). 1972 й. алып Өфөлә эшләй: “Южуралгипроводхоз” ин‑ты Башҡ‑н филиалының өлкән инженер-гидрологы, 1975 й. башлап төп инженеры, 1976 й. — сектор мөдире, 1978 й. — Урал һыу хужалығы ҒТИ Башҡ‑н бүлегенең лаб. мөдире. 1982 й. алып БДПИ‑ның геогр. каф. мөдире, 1990 й. — БДУ‑ның гидрология һәм геоэкология каф. мөдире, бер үк ваҡытта 2000—12  йй. башлап Башҡ‑н һыу хужалығы ҒТИ директоры. Фәнни эшмәкәрлеге геоэкология, тәбиғәтте һаҡлау, экологик мониторинг өлкәһендә тикшеренеүҙәр, БР‑ҙың һәм уның м‑н сиктәш төбәктәрҙең һыу ресурстарының үҙенсәлектәрен, антропоген факторҙарҙың һыу экосистемаларына йоғонтоһон өйрәнеүгә бәйле. Г. мелиорацияланған ерҙәрҙең режимы (ҡара: Гидромелиорация), тәбиғәт комплекстарының деградация үҙенсәлектәре (ш. иҫ. тупраҡ эрозияһы, йырҙа процестары) өйрәнә, һыуҙы оптималь файҙаланыуҙың һәм БР йылғалары басс. б‑са һыу һаҡлау саралары системаһы варианттары, һаҡланыусы тәбиғәт терр‑ялары системаһын, акваль комплекстарҙы геогр.‑экологик баһалау методикаһы эшләнелә. Геогр. экология фәнни йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Оптимизация водоохранных мероприятий в бассейне реки (географо-экологический аспект). СПб., 1995; Реки и озёра Башкортостана. Уфа, 2001; Реки и озёра Башкортостана. Уфа, 2012.

Әҙәб.: Ч а л о в Р.С. Выдающиеся достижения профессора Гареева А.М., М., 2003.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика