ГЕРЦИН ЙЫЙЫРСЫҠЛЫҒЫ, варисция йыйырсыҡлығы, варис йыйырсыҡлығы, ер ҡабығының горизонталь ҡыҫылыуы м‑н бәйле булған һәм йыйырсыҡлы тау системаларын барлыҡҡа килтергән, палеозойҙың икенсе яртыһындағы геол. процестарҙың йыйылмаһы. Уралда Г.й. өҫкө девонда башлана, пермдә бигерәк көслө була, иртә мезозойҙа тамамлана. Тау ҡатламдары көнсығыштан көнбайышҡа күсә, улар йыйырсыҡлана һәм тау рельефы формалаша. Өҙлөклө дислокацияларҙың төп төрҙәре булып ҡаплау шыуҙырмалары һәм шарьяждар тора. Г.й. һөҙөмтәһендә Урал палеоокеаны ҡабығының фрагменттары Көнсығыш Европа платформаһының көнсығыш ҡырына табан йөҙәр км һуҙыла (ҡара: Аллохтон). Рельеф формалашҡан ваҡытта терриген ултырма тоҡомдарҙың ҡалын ҡатламдары м‑н тулған эре тау араһы һәм тау алды бөгөлдәре барлыҡҡа килә: Йылайыр синклинорийы (иртә һәм урта палеозой), Урал алды бөгөлө (һуң палеозой). Г.й. м‑н файҙалы ҡаҙылма (нефть, тәбиғи газ, баҡыр, алтын, хром һ.б.) ятыштары барлыҡҡа килеүе бәйле.

Әҙәб.: Камалетдинов М.А. Покровные структуры Урала. М., 1974; Шарьяжно-надвиговая тектоника литосферы. М., 1991.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика