ГЕОЭКОЛОГИЯ (гео... һәм экология), локаль, төбәк һәм глобаль кимәлдәге геоҡабыҡ сиктәрендә тәбиғи һәм антропоген факторҙарҙың тәьҫире арҡаһында экология шарттарының формалашыу, арауыҡ һәм ваҡытҡа бәйле үҙгәрештәренең үҙенсәлектәре т‑дағы фән. Дөйөм, төбәк һәм махсус (геоэкологик тикшеренеү һәм техноген боҙолған терр‑яларҙы тергеҙеү ысулдарын эшләй) Г. бүленә. Г. география, геология, биология, химия һ.б. фәндәр м‑н бәйле, йәнле һәм йәнһеҙ тәбиғәттең берҙәмлеген кәүҙәләндерә. Г. төрлө кимәлдәге геосистемаларҙы, ш. уҡ Ерҙең ландшафт сфераһын өйрәнә. Тирә-яҡ мөхитте һаҡлау, рациональ файҙаланыу һәм экологик мониторинг б-са, тәбиғи мөхиткә антропоген йөкләнештең кире йоғонтоһон иҫкәртеүгә; халыҡтың йәшәү шарттарын яҡшыртыуға; экологик шарттарҙы һаҡлау, тергеҙеү һәм һауыҡтырыу сараларын нигеҙләү, ландшафтарҙың экологик торошо м‑н идара итеү б‑са тәҡдимдәр индерә. Рәсәйҙә Г. 20 б. 80‑се йй. 2-се ярт., Башҡортостанда 90‑сы йй. башынан үҫешә. Геоэкологик тикшеренеү нигеҙҙәре тирә-яҡ мөхитте һаҡлау һәм тәбиғәтте файҙаланыу б-са тикшеренеүҙәргә һалынған. 70‑се йй. башында “БашНИПИнефть” ЯСЙ-нда нефть һәм газ ятҡылыҡтары һыуҙары, тупраҡтарҙың торошон контролдә тотоу методикаһы эшләнә (Б.И.Лерман, Б.В.Озолин, Л.Н.Усольцев). ӨДНТУ м‑н берлектә геол. мөхиткә нефть сығарыуҙың кире йоғонтоһон туҡтатыу б‑са фәнни-техник саралар комплексы эшләнә (Е.В.Лозин, В.П.Родионов, Р.И.Сергеев, В.М.Сидорович һ.б.). 70—80‑се йй. Урал һыу хужалығы ҒТИ‑ның Башҡ‑н бүлексәһендә күл-һаҙлыҡ комплекстарын өйрәнеүҙә киң масштаблы геоэкологик тикшеренеүҙәр үткәрелә, БР‑ҙың бәләкәй йылғалары басс. паспорттары эшләнә, һыу объекттарының геоэкологик шарттарына антропоген факторҙарҙың тәьҫир итеү үҙенсәлектәре өйрәнелә (Ә.М.Гәрәев, В.Л.Круль). Геология институтында антропоген факторҙарҙың геол. мөхит терр‑яһына, ер аҫты һыуҙарының сифатына йоғонтоһон өйрәнеү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә (Р.Ф.Абдрахманов, В.Г.Попов һ.б.). БДУ‑ла респ. махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре системаһын геоэкологик яҡтан нигеҙләү, тәбиғәт комплекстары ҡырылыуының үҙенсәлектәре, уның битләү һәм йылға аҡмаларының үҙгәреүенә йоғонтоһо, йылға үҙәндәрендә эрозия процестарының үҫеше (С.И.Мусин, А.Ф.Ниғмәтуллин), терр‑яларҙы геоэкологик күрһәткестәренән сығып райондарға һәм зоналарға бүлеү (Э.М.Ғәлиева), ландшафтарҙы һаҡлау һәм рациональ ҡулланыу мәсьәләләре (Ф.Ә.Мәҡсүтов, И.М.Япаров), респ. тау‑мәғдән райондарының Г. һ.б. б-са (Л.Н.Белан, С.К.Мостафин) тикшеренеүҙәр алып барыла. Педагогия университетында Башҡортостан Урал аръяғының геоэкологик шарттарына хужалыҡ объекттары йоғонтоһоноң үҙенсәлектәре (У.И.Ҡылысов), тәбиғәт ресурстарын ҡулланыу һәм һаҡлау мәсьәләләре өйрәнелә (Р.А.Фәтҡуллин, Р.Ш.Кашапов). Аграр университетта Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы тупрағына комплекслы экологик-геохимик тикшеренеүҙәр үткәрелә (И.К.Хәбиров). Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институтында Ҡандракүл тәбиғи паркына геоэкологик тикшеренеүҙәр алып барыла (Н.В.Мишанова, Х.К.Сәмиғуллин, В.К.Утопленников). Биология институтында (И.М.Ғәббәсова, Ә.Х.Моҡатанов), Ботаника баҡса‑институтында (Н.В.Старова), Геология ин-тында (Д.Н.Сәлихов) респ. төньяҡ-көнсығыш райондарындағы агроэкосистемаларҙың тупраҡ һәм үҫемлектәрендә ауыр металдар булыуы тикшерелә. Йәшәйеш хәүефһеҙлеге институтында, Нефтехимия эшкәртеү институтында, ӨДНТУ‑ла, тирә-яҡ мөхитте мониторингылау һәм гидрометеорология б-са Башҡ‑н терр. идаралығында атмосфера һауаһының бысраныуы, сәнәғәт ҡалдыҡтарын утилләштереү һәм эшкәртеү мәсьәләләре б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре БР‑ҙың экология сәйәсәтен эшләүҙә, Башҡортостан милли паркын, Асылыкүл тәбиғи паркын, Ҡандракүл тәбиғи паркын һ.б. булдырыуҙы геоэкологик нигеҙләүҙә, Ағиҙел ҡ. атом электростанцияһы проектына, Йомағужа һыуһаҡлағысына һ.б. инженер ҡоролмаларына экологик экспертиза үткәргәндә ҡулланыла.

Әҙәб.: Гареев А.М. Оптимизация водоохранных мероприятий в бассейне реки (географо‑экологический аспект). СПб., 1995; Абдрахманов Р.Ф. Гидрогеоэкология Башкортостана. Уфа, 2005.

Р.Ф.Абдрахманов, Ә.М.Гәрәев, А.П.Рождественский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика