ГЕОМОРФОЛОГИЯ (гео..., гр. morphe‑... — форма һәм ...логия), Ер өҫтө рельефы т‑дағы фән. Рельефтың морфологияһын, генезисын, йәшен һәм хәҙ. динамикаһын өйрәнә. Дөйөм, төбәк, ғәмәли Г., палеогеоморфологияға; тикшеренеүҙәрҙең йүнәлешенә ҡарап планета, структура, климат, антропоген Г., орографияға һ.б. бүленә. Г. география һәм геология фәндәре комплексы м‑н тығыҙ бәйле. Терр‑я рельефының төҙөлөшө һәм үҫеше т‑дағы мәғлүмәттәр геологияразведка эштәре м‑н бәйле мәсьәләләрҙе сискәндә файҙаланыла. Башҡортостан терр‑яһы рельефының тәүге тасуирламалары Ырымбур экспедицияһы(1734—44), Академик экспедициялар материалдарында килтерелә. 19 б. 20‑се йй. А.Я.Купфер Урта Уралдың һәм Көньяҡ Уралдың төньяҡ өлөшөнөң орографик схемаһын төҙөй; Г.П.Гельмерсен, Э.К. Гофман, А.Гумбольдт Башҡортостан (Көньяҡ)Уралында комплекслы маршрут тикшеренеүҙәре үткәрә. Рельеф т‑да мәғлүмәттәр Уралдың геологияһын өйрәнеүгә (Р.Мурчисон, Ф.Н. Чернышёв), Һамар—Златоуст т. юлын төҙөү м‑н бәйле эҙләнеүҙәргә (Д.Л.Иванов, С.Н.Никитин) арналған эштәрҙә урын ала. Ҡазан тәбиғәт белеме йәмғиәте экспедициялары һөҙөмтәһендә П.И.Кротов тарафынан Урал алдының һәм Урта Уралдың орографияһы өйрәнелә. С.С.Неуструев, Д.Н.Соколов һ.б. хеҙмәттәрендә рельефтың тасуирламаһы һәм уның боронғо ландшафт элементтары м‑н бәйләнеше бирелә. 1924 й. А.А.Борзов — Башҡортостан Урал алдының рельефын, 1925 й. А.А.Григорьев Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы рельефының яруслы төҙөлөшөн тасуирлай. 1927 й. И.М.Крашенинников Көньяҡ Уралды һәм Урал алдын геоморфол. районлаштырыу схемаһын эшләй. 30‑сы йй. респ. терр‑яһында йылға террасаларының, дүртенсел һәм неоген ҡатламдарының төҙөлөшөн системалы өйрәнеү башлана (Н.П.Вербицкая, К.В.Никифорова, О.И.Ожиганова, В.Л.Яхимович һ.б.). Сыбар ашалыу ҡабығы б‑са тәүге тикшеренеүҙәр (Г.В.Вахрушев), Көньяҡ Урал рельефының төҙөлөшөн һәм барлыҡҡа килеүен комплекслы тасуирлау (Н.В.Башенина) үткәрелә, Көньяҡ һәм Урта Уралдың тәүге геоморфол. картаһы эшләнә. 50‑се йй. алып — Геология институтында, 70‑се йй. башлап БДУ‑ла, БДПУ‑ла системалы геоморфол. һәм неотектоник тикшеренеүҙәр алып барыла. 60—90‑сы йй. геоморфогенездың эске һәм тышҡы процестарының үҙ‑ара йоғонтоһо, геоморфол. карта төшөрөүҙә тарихи принциптар өйрәнелә (Н.П. Варламов, Н.М.Грамматчикова, Н.Ф. Данукалов, Г.С.Сенченко, Р.А. Фәтҡуллин, Г.Т.‑Г.Турикешев, А.В. Сиднев, П.Н.Швецов һ.б.). Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе б‑са Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүенең (Н.Н.Яхимович, 1964), Көньяҡ Уралдың тау өлөшөнөң (Вербицкая, 1965) геоморфол. карталары төҙөлә. 70‑се йй. яңы йүнәлеш — палеогеоморфология үҫеш ала. Карст процесында һәм хәҙ. гидросфераның барлыҡҡа килеүендә, ашалыу ҡабығы формалашыуҙа һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнсығыш битләүендә күлдәр барлыҡҡа килеүҙә неотектониканың роле тикшерелә. БР‑ҙың хәҙ. рельефының морфологияһы һәм гипсометрияһы, иртә плиоценда күмелгән йылға селтәре өйрәнелә; респ. платформа өлөшөнөң хәҙ. вертикаль хәрәкәтен өйрәнеү методикаһы эшләнә; Башҡортостан Көньяҡ Уралының көнсығыш битләүендәге алтын мәғдәнле райондарҙың геоморфол. һәм морфоструктур карталары төҙөлә.

Әҙәб.: Р о ж д е с т в е н с к и й А.П. Новейшая тектоника и развитие рельефа Южного Приуралья. М., 1971; шул уҡ. Вопросы геологии и геоморфологии Южного Урала и Приуралья: сб. ст. Уфа, 1989.

А.П.Рождественский

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика