ГЕОЛОГИЯ-РАЗВЕДКА ЭШТӘРЕ, ер аҫтын геол. яҡтан өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын асыу, уларҙы баһалау һәм үҙләштереүгә әҙерләү б‑са етештереү һәм ғилми‑тикшеренеү эштәренең йыйылмаһы. Г.‑р.э. составына геол., топогеодезик, геофизик, геохимик, аэрокосмик һ.б. планлы төшөрөү төрҙәре, төрлө эҙләү, разведкалау, гидрогеол., инженерлыҡ-геол. эштәре, минералогик, петрографик һ.б. тикшеренеүҙәр инә. Г.‑р.э. 3 этапта үткәрелә, 5 стадияны үҙ эсенә ала. 1-се этапта беренсе стадияны (төбәктәрҙә ер аҫтын тикшереү) үҙ эсенә алған дөйөм геол. тәғәйенләнешле эштәр үткәрелә — бөтә төр файҙалы ҡаҙылма ресурстарын күҙаллау өсөн булған мәғлүмәтте туплау маҡсатында, урта һәм эре масштаблы геол. планлы төшөрөү эштәре үткәрелә. 2-се этапта ятҡылыҡтарҙы эҙләү һәм баһалау тормошҡа ашырыла; ул икенсе стадияны (эҙләнеү эштәре) – эҙләү терр‑яһын геол. яҡтан өйрәнеү, унда файҙалы ҡаҙылмаларҙы асыҡлау һәм уларҙы артабан өйрәнеүҙең маҡсатҡа ярашлығын билдәләү һәм өсөнсө стадияны (баһалау эштәре) – ятҡылыҡ һәм сығанаҡтарҙың геол.-иҡт. яҡтан баһалау үткәрелә — үҙ эсенә ала. 3-сө этапта дүртенсе стадияны (ятҡылыҡтарҙы разведкалау) үҙ эсенә алған ятҡылыҡтарҙы разведкалау һәм үҙләштереү үткәрелә — ятҡылыҡтарҙың геол. төҙөлөшөн өйрәнеү, файҙалы ҡаҙылмаларҙың технологик үҙенсәлектәрен, ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүҙең гидрогеологик, инженерлыҡ-геол. шарттарын; ятҡылыҡтарҙы үҙләштереүҙең техник-иҡт. нигеҙен эшләү; үҙләштереү процестарында ятҡылыҡтарҙың тулыһынса өйрәнелмәгән участкаларының геол. төҙөлөшөн аныҡлау, запастарҙың түбән категориялыларын юғарыға күсереүҙе асыҡлау; сығарыуҙы оператив планлаштырыу өсөн разведкала алынған мәғлүмәттәрҙе аныҡлау; бишенсе стадияны (эксплуатация разведкаһы) үҙ эсенә алған запастарҙы тулы һәм сифатлы үҙләштереүҙе контролдә тотоу. Г.‑р.э. бөтә этаптарында файҙалы ҡаҙылмаларҙы геохимик эҙләү ысулдары, разведка геофизикаһы алымдары һ.б. ҡулланыла; файҙалы ҡаҙылмаларҙың запастары баһалана. Башҡортостанда Г.‑р.э. үткәреү терр-яларҙы үҙләштереү, тау эше үҫеше һ.б. м‑н бәйле (ҡара: Геология). 1930 й. Башҡ‑н район геол.-разведка идаралығы (ҡара: “Башкиргеология”) ойошторолғас, системалы Г.‑р.э. башлана. Башҡортостан Урал алдының төрлө йылдарҙағы геол. планын төшөрөү О.С.Андрианова, А.В.Сиднев, А.П.Тяжёва һ.б. етәкс. үткәрелә. 30‑сы йй. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының геол. планын төшөрөүгә О.П.Горяинова, А.И.Иванов, Д.Г.Ожиганов, Э.А.Фалькова һ.б. ҙур өлөш индерә. 40‑сы йй. респ. мөһим терр‑яларында үткәрелгән геол. план төшөрөү файҙалы ҡаҙылмаларҙың төрлө төрҙәрен асыҡлауға килтерә. Башҡортостан Урал аръяғының геол. планы төшөрөлә һәм марганец, баҡыр һ.б. файҙалы ҡаҙылмалар эҙләү эштәре үткәрелә. Артабанғы Г.‑р.э. ғәмәлдәге һәм төҙөлөп ятҡан тау мәғдәне пр‑тиеларының сеймал базаһын киңәйтеү перспективаларына йүнәлтелә. Һөҙөмтәлә респ. терр‑яһын юғары кимәлдә өйрәнеүгә өлгәшелә. 60—80 йй. 1:50000 масштаблы интенсив геол. план төшөрөлә. Респ. бөтә терр‑яһының 1:200000 масштаблы геол. планы төшөрөлә, 26 табаҡ 1:200000 масштаблы Дәүләт геол. картаһы сығарыла (Г.А.Ленных, И.М.Синицин, Г.Б.Яковлев һ.б.). БР терр-яһының 69,1%‑ының 1:50000 масштаблы геол. планы төшөрөлә һәм 12,5%‑ының 1:50000 масштаблы майҙандарҙы геол. яҡтан өйрәнеп (ГДП‑50) бөтөлә (А.А.Захаров, В.И.Козлов, А.Ф.Ротару, П.Н.Швецов һ.б.). Нефть һәм тәбиғи газға —Башнефть” акционерҙар нефть компанияһы, ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙарына  “Башкиргеология”, “Уралцветметразведка” ААЙ‑ҙары тарафынан эҙләнеү һәм разведкалау эштәре алып барыла. Г.‑р.э. һөҙөмтәләре б‑са БР‑ҙа 1500‑ҙән ашыу мәғдәнле һәм мәғдәнһеҙ файҙалы ҡаҙылмалар сығанаҡтары, яҡынса 300 ҡаты файҙалы ҡаҙылма һәм ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтары, 200‑ҙән ашыу нефть ятҡылығы һәм газ ятҡылығы асыла. Нефть һәм газ ятҡылыҡтарын асыуға — М.А.Камалетдинов, Ҡ.Р.Тимерғәзин, А.А.Трофимук һ.б.; һоро күмер һәм торф — А.С.Хоментовский, В.Л.Яхимович һ.б.; ҡара металл — М.Н.Доброхотов, А.И.Фонарёв һ.б.; төҫлө металл – Ю.А.Болотин, В.В.Воробьёв, В.А.Прокин, В.И.Скрипиль һ.б.; затлы металл — Н.И.Бородаевский, М.Б.Бородаевская, металл булмаған сеймал — В.С.Адамчак, Г.В.Вахрушев һ.б.; ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарын асыуға М.С.Верзаков, А.Н.Камышников, В.Ф.Ткачёв һ.б. ҙур өлөш индерә.

А.А.Захаров, О.А.Захаров

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика