ГЕОЛОГИЯ (гео... һәм ...логия), Ер ҡабығының һәм Ерҙең составы, төҙөлөшө һәм үҫеш тарихы т‑дағы фәндәр комплексы. Хәҙ. Г. геодинамика, файҙалы ҡаҙылмалар Г., геохронология, тарихи Г., литология, туң ҡатламдарҙы өйрәнеү ғилеме, минералогия, палеонтология, петрология, стратиграфия, тектоника һ.б. инә. Г. бер нисә ғәмәли фәнде берләштерә: хәрби, инженерлыҡ (ҡара: Ер тоҡомон өйрәнеү ғилеме), иҡт. Г., гидрогеология һ.б. Астрономия, география, геофизика, геохимия, геоэкология, гидрология, тау һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйләнештә тора. Башҡортостанда геол. тикшеренеүҙәр терр‑яларҙы үҙләштереү, тау эше, сәнәғәт үҫеше м‑н бәйле. Терр‑яларҙың геол. төҙөлөшө т‑дағы тәүге мәғлүмәттәр Ырымбур экспедицияһы (1734—44), 1768—74 йй. ойошторолған Академик экспедициялар материалдарында килтерелә. 19 б. 1‑се ярт. терр‑яларҙың комплекслы геол. тикшеренеүҙәренә А.И.Антипов, А.Я.Купфер, Х.Ф.Лессинг, Н.Г.Меглицкий, Р.Мурчисон, Г.Е.Щуровский һ.б. хеҙмәттәре арналған. Башҡортостан терр‑яһында планлы геол. тикшеренеүҙәр тимер юлдар төҙөү судносылыҡ, сеймал табыу һәм яғыулыҡ әҙерләү сәнәғәте үҫешенә бәйле 19 б. аҙ. Рәсәйҙең Геол. ком‑ты етәкс. башлана. Палеонтологик, стратиграфик, литологик-фациаль тикшеренеүҙәр үткәрелә; Башҡортостандың платформалы өлөшөнөң нефтле булыуы һәм баҡыр колчеданы ятҡылыҡтарының барлыҡҡа килеүе өйрәнелә; Өфө яйлаһының геол. төҙөлөшө тасуирлана; Башҡортостан (Көньяҡ) Уралында үткәрелгән геол. төшөрөү һөҙөмтәһендә, терр‑яларҙың тектоник төҙөлөшө схемаһы эшләнә, тәүге геол. карталар төҙөлә (Н.К.Высоцкий, А.Н.Заварицкий, А.П.Карпинский, А.А.Краснопольский, Л.С.Либрович, А.В.Нечаев, Ф.Н.Чернышёв, А.А.Штукенберг һ.б.). 20 б. 20‑се йй. аҙ. — 30‑сы йй. башында СССР ФА Башҡортостан комплекслы экспедицияһының геол. отряды тарафынан баҡыр һәм тимер мәғдәндәре, һоро күмер һ.б. күп кенә ятҡылыҡтар асыла, Бәләбәй, Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Йылайыр кантондарының көнбайыш өлөшөнөң һ.б. геол. карталары төҙөлә. 30‑сы йй. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының геол. төҙөлөшөн Э.Х.Алкснэ, О.П.Горяинова, А.И.Иванов, Б.М.Келлер, Д.В.Наливкин, А.И.Олли, Д.Г.Ожиганов, Н.В.Струве, Э.А.Фалькова һ.б. өйрәнә. 1930 й. алып “Башкиргеология” пр‑тиеһы тарафынан геология-разведка эштәре барышында ҡаты файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер аҫты һыуҙары ятҡылыҡтарының урынлашыу законлыҡтары тикшерелә; файҙалы ҡаҙылмалар запастарын баһалау һәм респ. өсөн хас булмаған файҙалы ҡаҙылмаларға терр‑яларҙың перспективаларын асыҡлау үткәрелә. И.М.Губкин Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһын үҙләштереү сәнәғәтенең перспективаларын нигеҙләй. Геол.‑разведка, нефть һәм газ сығарыу эштәрен “Башнефть” АНК башҡара; геофизик тикшеренеүҙәрҙе “Башнефтегеофизика” ААЙ үткәрә; Башҡортостандың платформа өлөшөндә нефть разведкаһы һәм промысла-эксперименталь эштәр, палеонтология, стратиграфия, литология өлкәһендәге тикшеренеүҙәрҙе “БашНИПИнефть” алып бара. Респ. ғалимдары тау тоҡомдарының коллекторлыҡ үҙенсәлектәрен һәм рифей-венд ҡатламдарының нефтле булыуын (Ю.В.Андреев, А.Я.Виссарионова, Е.В.Лозин, С.Г.Морозов, Р.Х.Мәсәғүтов, А.А.Трофимук, Д.Ф.Шамов һ.б.), нефть ятҡылыҡтарының геол. төҙөлөшөн һәм эшләнешен (К.С.Баймөхәмәтов, М.Н.Ғәлләмов һ.б.), Волга-Урал нефтле һәм газлы провинцияһы тектоникаһын (А.К.Драгунский, Лозин, Г.П.Ованесов, Л.Н.Розанов һ.б.), скважиналарҙы геофизик тикшереүҙәрҙе (В.Л.Комаров, Н.К.Юнысов һ.б.) һ.б. өйрәнеүгә тос өлөш индерә. Геология институтында стратиграфия (О.В.Артюшкова, Г.Ә.Данукалова, В.И.Козлов, Е.И.Кулагина, В.А.Маслов, В.Н.Пучков, Ҡ.Р.Тимерғәзин, Е.В.Чибрикова һ.б.), тектоника һәм палеогеодинамика (Г.В.Вахрушев, Б.М.Йосопов, Т.Т.Казанцева, М.А.Камалетдинов, В.А.Романов, А.И.Светлакова, А.А.Скрипий һ.б.), гидрогеология (Р.Ф.Абдрахманов, В.Г.Попов һ.б.), минералогия һәм геохимия (Г.И.Беликова, С.Ш.Йосопов, Д.Н.Сәлихов, И.А.Хәйретдинов һ.б.) өлкәһендә, вулканизм, магматизм, метаморфизм һәм металлогенияны (А.А.Алексеев, П.В.Аржавитин, М.Ю.Аржавитина, А.С.Бобохов, С.Г.Ковалёв, А.М.Косарев, В.А.Прокин, П.Ф.Сопко, И.Б.Серавкин һ.б.), палеомагнитизмды (Н.Ф.Данукалов, Л.С.Кондручина, Р.А.Миңлебаев, П.Н.Михайлов, И.С.Огаринов, Ф.И.Сөләймәнова һ.б.), структур Г. (Д.Н.Бураҡаев, Н.А.Зөфәрова, Ю.В.Казанцев, Романов һ.б.), неотектоника геоморфологияһын (А.П.Рождественский) һ.б. өйрәнеү өлкәһендә тикшеренеүҙәр бара. Тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһе б‑са Урал төҙөлөшөнөң шарьяж теорияһы эшләнә (Казанцев, Казанцева, Камалетдинов). Нефть техник университетында нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм нефть Г. өлкәһендә (А.Э.Алкснэ, И.Г.Пермяков, М.А.Токарев һ.б.), Башҡорт дәүләт университетында Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш битләүендәге рифей ҡатламдарының геотектоникаһы, геоэкологияһы, стратиграфияһы һәм металлогенияһы өлкәһендә (Ә.Р.Кинйәкәев, К.Ә.Уразаев, Хәйретдинов, П.Н.Швецов һ.б.) тикшеренеүҙәр алып барыла.

Әҙәб.: Пучков В.Н. Геология Урала и Приуралья (актуальные вопросы стратиграфии, тектоники, геодинамики и металлогении). Уфа, 2010.

В.Н.Пучков

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика