ГЕОЛОГИЯ БУЙЫНСА БЕЛЕМ БИРЕҮ, геология өлкәһендә урта һәм юғары квалификациялы белгестәр әҙерләү системаһы. Г.б.б.б. юғары белем биреүҙең үҙ аллы тармағы булараҡ 19 б. 2‑се ярт. тау эше белеме биреү тау, геол. һәм металлургия б‑са белем биреүгә бүленгәндән һуң рәсмиләштерелә. Г.б.б.б. география буйынса белем биреү м‑н тығыҙ бәйле. Башҡортостанда 1964 й. башлап — Башҡорт дәүләт университетында геофизиктарҙы, 1989 й. — геологтарҙы, 40‑сы йй. — Нефть техник университетында геофизиктарҙы, инженер-геологтарҙы һ.б., 1951 й. башлап Октябрьский нефть колледжында техниктарҙы әҙерләү алып барыла. 1931—57 йй. Геологоразведка техникумы эшләй. Г.б.б.б. системаһында махсус фәндәр уҡытыла: геофизика, геохимия, петрография, минералогия, геодезия, палеонтология, геодинамика, гидрогеология һ.б. Уҡыу ваҡытында студенттар геол., геодезик һ.б. уҡыу практикаһы, ш. уҡ геол. ялан партияларында һәм пр‑тиеларында производство практикаһы үтә. Хеҙм‑рҙәрҙең квалификацияһын күтәреү вуздар эргәһендәге махсус ф‑ттарҙа һәм курстарҙа, пр‑тиеларҙа тормошҡа ашырыла. Фән һәм пед. эштәр өсөн белгестәр БДУ‑ның, ӨДНТУ‑ның, Геология институтының, “Геофизика” ғилми-производство фирмаһының һ.б. аспирантураһында әҙерләнә. Өҫтәмә Г.б.б.б. вуздарҙың һәм урта махсус уҡыу йорттарының химия, физика, төҙөлөш һ.б. ф‑ттарында геол. фәндәрҙе өйрәнеү инә. Геол. белем һәм күнекмә нигеҙҙәре мәктәптә география дәрестәрендә һалына. Өҫтәлмә Г.б.б.б. үҫешенә БР-ҙағы Ер аҫтын файҙаланыу идаралығының Балалар һәм үҫмерҙәр геол. хәрәкәте б‑са респ. комиссияһы, Туризм, тыуған яҡты өйрәнеү һәм экскурсиялар үҙәге ҙур өлөш индерә. Уҡыусыларға Г.б.б.б. фәнни түңәрәктәрҙә һәм йәмғиәттәрҙә, секцияларҙа, туристик һәм экологик слёттарҙа, экскурсияларҙа, экспедицияларҙа ҡатнашыу ҙур әһәмиәткә эйә. Г.б.б.б. үҫешенә Г.В.Вахрушев, И.Л.Дворкин, Ә.Р.Кинйәкәев, В.Н.Пучков, А.П.Рождественский, И.А.Хәйретдинов һ.б. өлөш индергән.

П.Н.Швецов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика