ГЕОДЕЗИЯ (гео... һәм гр. daio — айырам), пландарҙа һәм карталарҙа сағылдырыу өсөн Ерҙең формаһын, ҙурлығын, тышҡы гравитация ҡырын һәм ер өҫтөнөң үлсәмдәрен билдәләү алымдары т‑дағы фән. Юғары, инженер Г., картографияға, топографияға һ.б. бүленә. Г. эштәрен башҡарыу ысулы б‑са ер өҫтө, космос, һыу аҫты, ер аҫты Г. һәм аэрогеодезияға бүленә. Астрономия, геология, геофизика, география һ.б. фәндәр м‑н тығыҙ бәйле. Геодезик үлсәүҙәр инженер ҡоролмаларын проектлауҙа, төҙөүҙә һәм файҙаланыуҙа, ер төҙөлөшө һәм кадастр эштәрен үткәреүҙә, файҙалы ҡаҙылмалар эҙләүҙә һәм сығарыуҙа, төрлө тәбиғәт процестары һәм күренештәре мониторингыһында, геомәғлүмәт системаларын булдырыуҙа һ.б. ҡулланыла. Геодезик үлсәүҙәр үткәреү өсөн триангуляция, трилатерация, полигонометрия, гравиметрия, космостан, һауанан фотоға төшөрөү һ.б. ысулдар ҡулланыла.

Башҡортостанда  тәүге Г. эштәре терр‑я үҙләштереүгә, тау эше үҫешенә, адм. реформалар үткәреүгә (ҡара: Административ-территориаль ҡоролош) бәйле. Терр‑яны Ырымбур экспедицияһы (1734 —44) геодезик фотоға төшөрә. 1752 й. И.Красильников етәкс. Ырымбур губернаһының ген. картаһы (ландкарта) төҙөлә, уға П.И.Рычков  “Ырымбур топографияһы”н төҙөй. 1766 —1842 йй. Генераль ыҙанлау һөҙөмтәһендә тәүге тапҡыр эре масштаблы пландар һәм карталар эшләнә, өйәҙҙәрҙең һәм ер дайсаларының ҡыҫҡаса топографик, тарихи-геогр., статистик тасуирламалары бирелгән иҫкәрмәләр төҙөлә. 19 б. 2‑се ярт. яңы фотолар, топографик рекогносцировкалар яһала, триангуляциялар һалына, терр‑яның карталары һәм пландары эшләнә. 1868 й. А.А.Тилло етәкс. Ырымбур хәрби округының хәрби-топографик бүлеге Г. эштәре үткәрә башлай. 20 б. 20‑се йй. астрономия-геодезия пункттарының координаттарын билдәләү б‑са Г. эштәре алып барыла (К.А.Цветков, Ф.Н.Красовский һ.б.). 30 —40 йй. респ. терр‑яһында дәүләт Г. селтәрен булдырыуға бәйле тура мөйөшлө координаттарҙың берҙәм системаһын индереү б‑са  эштәр башҡарыла, улар геодезик, топографик, маркшейдер, геология-разведка эштәрен үткәреүгә нигеҙ булып хеҙмәт итә. Республикала инженер Г. үҫеш ала. Г. эштәрен “Башкиргеология”, “Башнефтегеофизика” ААЙ‑лары, “Көнбайыш Урал инженер-төҙөлөш эҙләнеүҙәр тресы” ЯАЙ, “Уралаэрогеодезия” ФДУП‑ының Башҡ‑н респ. бүлексәһе (икеһе лә — Өфө) үткәрә.

Г.П.Маслобоева, М.М.Фәттәхов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика