ГЕОГРАФИЯ (гео... һәм ...графия), тәбиғи һәм терр. хужалыҡ комплекстарын, уларҙың компоненттарын өйрәнеүсе фәндәр тупланмаһы. Г. урындағы, төбәк һәм глобаль кимәлдә геогр. мөхит компоненттарының урынлашыу законлыҡтарын, кеше һәм тәбиғәт бәйләнеше процестарын, йәмғиәт һәм тәбиғәтте файҙаланыуҙың терр. ойошмаһының ғилми нигеҙҙәрен, йәмғиәттең тотороҡло үҫеш ҡанундарын өйрәнә. Тәбиғи (физик‑геогр.) һәм ижт. фәндәргә бүленә. Тәбиғи геогр. фәндәргә — комплекслы физик география һәм унан айырылып сыҡҡан геоморфология, тупраҡ Г., гидрология, климатология, биогеография, палеогеография, тарихи география һ.б.; ижт. фәндәргә иҡтисади һәм социаль география, халыҡ географияһы, сәйәси Г. һ.б. ҡарай. Геогр. фәндәр комплексына ш. уҡ илдәрҙе өйрәнеү һәм ғәмәли геогр. фәндәр (мед. Г., хәрби Г., рекреацион география, мәҙәниәт Г. һ.б.) инә. Фәндәр араһында мөһим урынды картография алып тора. Башҡортостан терр‑яларының физик‑геогр. тасуирламаһы 1768—74 йй. ойошторолған Академик экспедиция материалдарында, В.И.Геннин, В.Н.Татищев һ.б. хеҙмәттәрендә сағылдырыла. 19 б. 1‑се ярт. геогр. тикшеренеүҙәр Г.П.Гельмерсен, А.Гумбольдт, Э.К.Гофман, Г.Розе, Г.Е.Щуровский, Э.А.Эверсманн һ.б. исемдәр м‑н бәйле, 2‑се ярт. төрлө ғилми йәмғиәттәр (Рус география йәмғиәте, Урал тәбиғәт белемен яратыусылар йәмғиәте һ.б.) ойошторола, уларҙың ағзалары В.Д.Аленицын, О.Е.Клер, А.И.Оводов, С.Г.Рыбаков, Л.П.Сабанеев, Д.Н.Соколов, Л.А.Тилло һ.б. Башҡортостан географияһын өйрәнеүгә ҙур өлөш индерәләр. 60‑сы йй. башлап — геоботаника, биогеография һәм геоморфология, 70‑се йй. — гидрология һәм метеорология, 20 б. башынан — ландшафты өйрәнеү ғилеме, 30‑сы йй. — иҡт. геогр., 80‑се йй. уртаһынан геоэкология б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла.

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика