ҒАФУРИ РАЙОНЫ, БР‑ҙың үҙәк өлөшөндә урынлашҡан. Төньяҡта — Архангел, көнсығышта — Белорет, көньяҡта — Ишембай, көнбайышта — Стәрлетамаҡ, Ауырғазы, төньяҡ‑көнбайышта Ҡырмыҫҡалы р‑ндары м‑н сиктәш. 1930 й. 20 авг. Красноусол р‑ны булараҡ ойошторола, составына Стәрлетамаҡ кантоны улустары инә. 1940 й. 23 нояб. алып хәҙ. исемен йөрөтә (ҡара: Административ район). 1963 й. 1 февр. бөтөрөлә, терр‑яһы Стәрлетамаҡ р‑ны составына индерелә. 1965 й. 13 ғин. яңынан ойошторола. Майҙаны — 3038 км2. Адм. үҙәге — Красноусол а., Өфөнән көньяҡ‑көнсығышҡа 130 км һәм Аҡкүл т. юл ст. көньяҡ‑көнсығышҡа табан 25 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы (мең кеше): 1939 й. — 64,3; 1959 — 56,0; 1989 — 35,7; 2002 — 36,8; 2010 — 33,9. Милли составы: башҡорттар — 51%, урыҫтар — 23%, татарҙар — 18%, сыуаштар — 7%. Халыҡтың уртаса тығыҙлығы — 11,2 кеше/км2. Районда 16 ауыл советы, 95 ауыл торама пункты, иң ҙурҙары: Красноусол (11,9 мең кеше), Табын (1,8 мең), Сәйетбаба (1,4 мең) ауылдары.

Рельефы көнбайыш өлөшөндә тау алды тигеҙлегенән ғибәрәт, көнсығыш өлөшөндә Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш һырттары‑ на тура килә. Райондың көнбайыш өлөшө — Ағиҙел депрессияһы сиктәрендә, көнсығышы Башҡорт мегантиклинорийы йыйырсыҡлығының тышҡы зонаһында ята. Район терр‑яһында ҡом‑ҡырсын ҡатнашмаһы (Дмитриевка, Татар Һаҫыҡкүле, Табын), нефть ятҡылыҡтары (Борон, Табын) бар. Климаты континенталь. Һауаның уртаса йыллыҡ т‑раһы 2°С, ғин. уртаса т‑ра -15°С, июлдә 18°С. Абс. макс. т‑ра 40°С, абс. миним. т‑ра −48°С. Яуым‑төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары 600—700 мм, йылы осорҙа 350 мм ашыу. Гидрографик селтәрҙе Егән, Тоҙйылға ҡушылдыҡтары м‑н Ағиҙел й.; Таҡаты, Мәндем ҡушылдыҡтары м‑н Еҙем й.; Аҡкүл барлыҡҡа килтерә. Район терр‑яһында Ун бер күл төркөмө һаҙлыҡтары бар. Тигеҙлектәрҙә — ҡараһыу һоро урман тупрағы, йыуылған һәм көлһыуланған ҡара тупраҡ, тауҙарҙа һоро тау-урман тупрағы өҫтөнлөк итә. Район терр‑яһының 65%‑ын киң япраҡлы, ҡайын, уҫаҡ урмандары ҡаплаған. Хайуандар донъяһы урман һәм дала төрҙәренән тора. Аҫҡын мәмерйәһе, Аҡкүл, Красноусол минераль һыу сығанаҡтары, Ҡотлоғужа яланғаслыҡтары, Сәйетбаба а. эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлыҡтары, Толпар шыршылыҡтары һ.б. — тәбиғәт ҡомартҡылары. Еҙем тәбиғи паркы, Аҡкүл заказнигы ойошторолған, райондың көньяҡ өлөшө Ишембай заказнигына инә. Ерек а. көнсығышҡа табан 3,8 км алыҫлыҡта БР‑ҙың геогр. үҙәге урынлашҡан.

2012 й. ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 82,3 мең га (дөйөм майҙандың 27,0%‑ы) тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 41,4, сабынлыҡтар — 18,9, көтөүлектәр — 27,4; урмандар майҙаны — 198,4; ер өҫтө һыуҙары — 4,2. Райондың тигеҙ өлөшө — көньяҡ урмандала зонаһына, таулы өлөшө тауурман зонаһына инә. Тигеҙлектә урынлашҡан а.х. пр‑тиелары [9 урта һәм бәләкәй пр‑тие, “Табын” совхоз‑заводы, 118 крәҫтиән (фермер) хужалығы] — иген культуралары, шәкәр сөгөлдөрө, көнбағыш үҫтереүгә, һөт‑ит йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә; таулы өлөшөндә ит‑һөт йүнәлешле һыйыр малы үрсетеүгә махсуслаша. Умартасылыҡ, йылҡысылыҡ, һарыҡсылыҡ һәм сусҡасылыҡ үҫешкән. Районда “Аҡкүл элеваторы”, “Ғафури ауыл хужалығы химияһы” ААЙ‑лары, сөгөлдөр ҡабул итеү пункты бар. Красноусол быяла заводы, “Красноусол минераль һыуҙары”, “Тере һыу” (Курорт а.), “Шифалы һыу” ЯСЙ‑лары, юл ремонтлау‑төҙөү идаралығы һ.б. эшләй. Район терр‑яһынан Куйбышев т. юлы (Дим—Төйлөгән участкаһы), Талбазы—Красноусол, Архангел— Красноусол автомобиль юлдары үтә. Ғ.р. көньяҡ иҡтисади төбәккә инә.

Районда Көнсығыш иҡтисадиюридик гуманитар академияһының, Хәҙ. гуманитар акад. Өфө филиалы вәкиллектәре, Башҡ. иҡт.‑юридик техникумы филиалы, ПУ, 37 дөйөм белем биреү мәктәбе, шуларҙың 22‑һе урта мәктәп (ш. иҫ. Красноусол урта мәктәбе №1, Сәйетбаба урта мәктәбе), коррекция мәктәбе, 27 мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы, сәнғәт мәктәбе; үҙәк район һәм 3 участка дауаханаһы, 2 амбулатория, 43 фельдшер‑акушерлыҡ пункты, “Красноусол” шифаханаһы, респ. балалар шифаханаһы; 37 клуб учреждениеһы, 29 ки‑ тапхана, Ғафури М. мемориаль йорт-музейы, Кейекбаев Ж. музейы бар. Районда 11 халыҡ һәм 1 өлгөлө үҙешмәкәр сәнғәт коллективы эшләй. “Звезда”, “Табын” гәз. сыға. Карта 214 б.

М.Ф.Хисмәтов

Тәрж. З.Б.Латипова

Карта: Ғафури районы

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика