ҒАФАРОВ Шамил Анатолий улы (26.1.1948, Коканд ҡ.), тау инженеры. Техник ф. д‑ры (2007), проф. (2009). БР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (2003), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2008). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1972) шунда уҡ эшләй (1981—87 йй. ғилми-тикшеренеү секторы нач.). Фәнни эшмәкәрлеге карбонат күҙәнәкле мөхиттә аномаль үҙле нефттәрҙең фильтрация үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә; ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологияларын уйлап табыуға, уларҙы БР, Ырымбур, Һамар өлк. нефть ятҡылыҡтарында индереүгә бәйле. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. иҫ. вуздар өсөн уҡыу ҡулланмалары, 17 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Применение растворов монокарбоновых кислот для интенсификации добычи нефти. М., 2004 (авторҙ.).

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика