ГӘРӘЙ, йылға, Тере Танып й. уң ҡушылдығы. Тәтешле р‑ны Юрми‑ яҙбаш а. көнсығышҡа табан 2,5 км алыҫлыҡта башлана. Төньяҡ‑көнбайыштан көньяҡ‑көнсығышҡа табан аға, Гәрәбаш а. янында йүнәлешен көньяҡ‑көнбайышҡа үҙгәртә, артабан Тәтешле, Яңауыл, Борай, Ҡал‑ тасы р‑ндары буйлап аға һәм Тере Танып й. (тамағынан 74 км алыҫлыҡта) ҡоя. Оҙонлоғо 73 км, басс. майҙаны 886 км2. Башлыса ҡар һыуы м‑н туйына. Тамағында уртаса йыллыҡ һыу сығымы 1,5 м3/с. Басс. рельефы тигеҙ, денудациялы. Ландшафы һоро урман тупрағындағы, кәҫле көлһыу һәм ҡара тупраҡтағы ҡара ылыҫлы‑киң япраҡлы, ҡарағай урмандарынан, һаҙлыҡтарҙан, болонло далаларҙан һәм ҡоро болондарҙан тора. Йылғала Тәтешле р‑ны Ҡашҡаҡ а. эргәһендә һыуһаҡлағыс төҙөлгән. Иң ҙур ҡушылдыҡтары: Урман Гәрә, Вәрәш, Иҫәнбай (бөтәһе лә — уң).

В.А.Загорский

Тәрж. И.М.Япаров

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика