ҒӘЛИУЛЛИН Заһиҙулла Талип улы [26.12.1929, БАССР‑ҙың Бәләбәй кантоны Яңы Урсай а. (БР‑ҙың Баҡалы р‑ны)], инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1970), проф. (1974). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1992), СССР газ сәнәғәтенең почётлы хеҙм‑ре (1977), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1974). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1956) 1958 й. тиклем Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда эшләй. 1961 й. алып И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тында өлкән ғилми хеҙм‑р; 1962 й. башлап “НИИ природных газов и газовых технологий — Газпром ВНИИГАЗ” ЯСЙ‑нда (Мәскәү): өлкән ғилми хеҙм‑р, 1967 й. алып һәм 2002 й. — бүлек нач., 1977 й. — ин‑т дир. 1‑се урынбаҫары, 1994 й. — “Газ транспорты” бүлеге дир., 2004 й. — баш ғилми хеҙм‑р. Фәнни-производство эшмәкәрлеге газдың магистраль транспорты проблемаларына, юғары һөҙөмтәле газ транспорты системаларын төҙөүгә арналған. Ғ. етәкс. магистраль газ торбаларын гидравлика һәм йылылыҡ ярҙамында иҫәпләүҙең теоретик нигеҙҙәре, технологик проектлауҙың нормалары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 45 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. лауреаты (1992). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1974).

Хеҙм.: Внутренние покрытия труб на магистральных газопроводах. М., 2006 (авторҙ.); Нестационарные (переходные) тепловые и гидравлические режимы магистральных газопроводов, проложенных в многолетнемерзлых грунтах: обзор. информ. М., 2009 (авторҙ.) (Серия: Транспорт и подземное хранение газа); Развитие научных исследований, техники и технологий в области трубопроводного транспорта газа. М., 2009.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика