АҘНАЙ БЕЙ, юрматы ҡәбиләһенең аҙнай ырыуы башлығы. “Юрматы ырыуы шәжәрәһе” б‑са, Тәтегәс бей һ.б. м‑н бергә юрматыларҙың Рус дәүләте составына инеү шарттары т‑да һөйләшеүҙәр алып бара (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). Килешеү төҙөлгәндән һуң староста итеп тәғәйенләнә. А.б. нәҫеле Стәрлетамаҡ р‑нының Айыусы һәм Мырҙаш аа. йәшәй.

Р.З.Йәнғужин

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.