ИРЕНСӘСКӘ (Stachys), иренсәскә һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 300 төрө билдәле; Австралия һәм Яңы Зеландиянан башҡа, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда 5 төрө үҫә. Йәйелеүсән тамырһабаҡлы бер һәм күп йыл- лыҡ үлән йәки бәләкәй ярым ҡыуаҡ. Һабағы 4 ҡырлы, төҙ, һирәгерәк бөгөлгән, ябай йәки осонда тармаҡлы, 10—120 см бейеклектә. Япрағы оҙонса ланцет, оҙонса йомортҡа, таҫма рәүешендә, осло, һаплы, нигеҙе ныҡ бе- ленгән йөрәк рәүешендә. Сәскәһе аҡ, һары, алһыу, ҡарағусҡыл ҡыҙыл төҫтә, өҙөк башаҡ барлыҡҡа килтереүсе ялған суҡтарға йыйылған. Каса япрағы 5 тешле, тажының өҫкө ирене батынҡы йәки торҡа рәүешендә, аҫҡыһы 3 айырсалы, урталағыһы эре. Һеркәстәре 4, аҫҡылары оҙон. Июнь—сент. сәскә ата. Емеше — 4 өлөшкә (эремаға) бүленеүсе ценобий. Һаҙ И. — йылға, күл буйында, ер аҫты һыуҙары сыҡҡан урында, ҡыуаҡлыҡта; шифалы һәм урман И. — урманда һәм урман ситендә, ҡыуаҡлыҡта; бер йыллыҡ И. — аҡланда, сиҙәмдә, сәсеүлектә, юл ситендә; төҙ И. далала, эзбизле һәм ташлы битләүҙәрҙә үҫә; респ. бөтә терр‑яһында таралған. Составында алкалоидтар, дуплау матдәләре, сапониндар, флавоноидтар, эфир майҙары һ.б. бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Декоратив үҫемлек. Һаҙ И. — баллы үҫемлек, төҙ И. — ағыулы үҫемлек.

М.Ю.Шәрипова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018