ҒӘЛИМОВ Эрик Михайлович (29.7.1936, Владивосток ҡ.), геохимик. РФА акад. (1994), БР ФА‑ның почётлы акад. (2002), геол.‑минералогия ф. д‑ры (1970), проф. (1982). И.М.Губкин ис. Мәскәү нефтехимия һәм газ сәнәғәте ин‑тын тамамлаған (1959). Фәнни эшмәкәрлеге геохимия, Ай һәм планеталарҙың барлыҡҡа килеүе, Ерҙең химик эволюцияһы өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә бәйле. Ғ. ҡатнашлығында спинлы изотоп эффекты асыла. “Углеродтың тотороҡло изотоптар геохимияһы” ғилми йүнәлешенә нигеҙ һалыусы. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Геохимия” ж. баш мөхәррире (2004 й. алып). Халыҡ-ара геохимия һәм космохимия ассоциацияһы президенты (2000—04), Айҙы өйрәнеү б‑са халыҡ-ара эшсе төркөм рәйесе (1996—98), РФА‑ның Метеориттар ком‑ты рәйесе (2003 й. алып). В.И.Вернадский ис. пр. лауреаты (1984). “Почёт Билдәһе” (1986), Почёт (1999) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Замыслы и просчёты. Фундаментальные космические исследования в России последнего двадцатилетия. Двадцать лет бесплодных усилий. М, 2010; Кому нужны лунные камни?: выступления, интервью, научно‑популярные публикации: 50 лет в науке. М., 2012.

М.А.Камалетдинов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика