ЕТЕН ҠЫРЛЫҒЫ (Spergularia), ҡәнәфер һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. 70 төрө билдәле, Ер шарының уртаса, субтропик һәм тропик бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда 3 төрө үҫә. Бер һәм күп йыллыҡ үләндәр. Һабағы тармаҡлы, түшәлмә йәки төҙ, бейеклеге 5—20 см. Япрағы ябай, таҫма, осло йәки еп формаһында, тупаҡ (һеркәле Е.ҡ.), нигеҙендә парлап ҡушылып үҫкән. Япраҡ ҡолаҡсындары ярылы, өсмөйөш, йомортҡа йәки ланцет формаһында. Сәскәһе ваҡ, дөрөҫ, ике енесле, биш үлсәмле. Каса япрағының сите, һирәкләп тулыһынса ярылы, таждары аҡ, ҡыҙыл, ал төҫтә. Һеркәстәре 2—10, емшәне 3 бағаналы. Сәскәлеге — тармаҡлы ярымсатыр. Май—сент. сәскә ата. Емеше — 3 ҡапҡаслы ҡумта, июль—окт. өлгөрә; орлоғо йомро йәки груша формаһында, яланғас йәки төк м-н ҡапланған, сите ярылы. Татырлыҡта, тоҙло тупраҡта, йылға һәм күл буйҙарында үҫә; һеркәле Е.ҡ. — киң япраҡлы урман зонаһының көнсығыш өлөшөндә; тоҙло Е.ҡ. — респ. төньяҡ өлөшөнән һәм Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының иң бейек тауҙарынан башҡа бөтә ерҙә; ҡыҙыл Е.ҡ. пар баҫыуында, урман ситендә, БР‑ҙың бөтә терр‑яһында юл ситтәрендә осрай. Составында алкалоид, сапонин, флавоноид бар, вирусҡа ҡаршы әүҙемлеккә эйә. Ҡыҙыл Е.ҡ. һәм тоҙло Е.ҡ.  – мал аҙығы үҫемлектәре.

Р.Ғ.Миңлебаев, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика