ЕРЕК АБАҒАҺЫ, страусопёр (Matteuccia), оноклея һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған абаға һымаҡтар заты. 3 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың уртаса бүлкәтендә таралған. Башҡортостанда ябай Е.а. үҫә. Ҡыҫҡа йыуан һәм оҙон үренде һымаҡ тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Вайялары диморф: көрәндәре — спора туплаусы (спорофилдар); йәшелдәре — вегетатив (оҙонлоғо 120 см тиклем, буранкаға оҡшаған тығыҙ розетка барлыҡҡа килтерә, кире ланцет рәүешендә йәки оҙонса, икешәрле ҡауырһын һымаҡ, аҫ яҡтан төклө). 1‑се рәт сегменттары ҡыяҡлы‑осло, ултырма; 2‑се рәттеке бер-береһенә яҡын ятҡан. Һабы пластинканан 2—5 тапҡыр ҡыҫҡараҡ, аҫтында ҡара тәңкәләре бар. Спорофилдары ҡыяҡлы ланцет формаһында, оҙонлоғо 50 см тиклем, ҡышлайҙар, аҫҡы яғынан сорустар урынлашҡан цилиндр рәүешендәге сегменттары бар. Споралары эллипс формаһында, авг.—сент. өлгөрә. Дымлы һәм күләгәле урмандарҙа, туғай әрәмәһендә, һаҙлыҡ ситтәрендә, шишмә ярҙарында уңдырышлы тупраҡта үҫә; ҡайһы бер таулы һәм далалы көньяҡ райондарҙан башҡа, респ. бөтә терр‑яһында осрай. Декоратив үҫемлек.

А.Ә.Мулдашев

Тәрж. Г.А.Миһранова

Илл.: Ябай ерек абағаһы (Matteuccia struthiopteris)

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика