ЗӘҢГӘР УМЫРЗАЯ (Mercurialis), һөтлөгән һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 8 төрө билдәле; Евразияла, башлыса Урта диңгеҙ буйында таралған. Башҡортостанда меңйәшәр З.у. үҫә. Күп йыллыҡ, ғәҙәттә, йәйелеүсе оҙон тамырһабаҡлы ике өйлө үлән. Һабағы төҙ, ябай, өҫкө өлөшөндә япраҡлы, 15—40 см бейеклектә. Япрағы һаплы, ҡапма‑ҡаршы теҙелешле, оҙонса йомортҡа рәүешендә, сите бысҡы һымаҡ тешле. Сәскәһе күркһеҙ, йомғаҡтарҙа: емешлеклеләре — япраҡ ҡуйынында өҙөклө нәҙек оҙон башаҡта, һеркәслеләре — сәскә яны япрағы ҡуйынында ҡыҫҡа тәлгәштә. Май—июндә сәскә ата. Емеше — берәр орлоҡло 2 өлөшлө ҡумта, июнь—июлдә өлгөрә. Бөрө һәм Ҡалтасы р‑ндарының киң япраҡлы һәм ҡатнаш урмандарында үҫә. Составында алкалоидтар, сапониндар, флавоноидтар бар, халыҡ медицинаһында ҡулланыла. Буяу үләне, ағыулы үҫемлек. БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына индерелгән.

Л.Н.Миронова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика