АҘНАЙ, Ишембай р‑нындағы ауыл, Этҡол а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 28 км һәм Салауат т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 45 км алыҫлыҡта Хажи Шиҙеһе й. (Һәләүек й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 426 кеше; 1920 — 702; 1939 — 463; 1959 — 440; 1989 — 266; 2002 — 302; 2010 — 278 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Үрге Этҡол урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһыЮрматы улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1765 й. Буранғол (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Ҡотлоғужа, Тимербай, Яҡшыгилде һәм Яҡшығол Буранғоловтар билдәле) исеме м‑н билдәле. 1795 й. 19 йортта 186 кеше йәшәгән. 1865 й. Буранғол‑Аҙнай исеме м‑н теркәлгән, 75 йортта 390 кеше иҫәпкә алынған. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ, сана, тәгәрмәс, тәгәрмәс туғындары яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған. 1906 й. мәсет, 2 һыу тирмәне, бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән; шөғөлдәр араһында урман кәсептәре билдәләнгән. 1920 й. Бурағол а. (1925 й. 13 хужалыҡ) халҡы м‑н бергә иҫәпкә алынған. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен (аҫаба Аҙнай Абдуллин исеменән) йөрөтә. Ауыл эргәһендә Аҙнай ҡәберлеге һәм Аҙнай торамаһы урынлашҡан.

Ә.З.Әсфәндиәров, Ғ.И.Яҡупов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на русском языке

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.