ҒӘЙНАНОВ Адонис Ғарифйән улы [27.1.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Өлкөндө а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 20.1.2012, Мәскәү], геофизик. Геол.‑минералогия ф. д‑ры (1976), проф. (1978). СССР‑ҙың ер аҫты разведкаһы отличнигы (1987). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1949) шунда уҡ эшләй. Фәнни эшмәкәрлеге океандағы ер ҡабығының тәрәндәге төҙөлөшөн өйрәнеүгә, акваториялар төбөндәге файҙалы ҡаҙылма ятҡылыҡтарын прогнозлауға арналған. Ғ. етәкс. Тымыҡ, Атлантик һәм Һинд океандары тектоносфераларының ҡалынлыҡ карталары һәм тығыҙлыҡ моделдәре төҙөлгән. Ғ. ҡатнашлығында Атлантик океандағы гравитация ҡырының көҙгөләгесә локаль симметрияһы күренеше асыла. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт, 3 уйлап табыу авторы. М.В.Ломоносов ис. пр. лауреаты (2003).

 Х е ҙ м.: Гравиметрические исследования земной коры океанов. М., 1980; Морская грави- разведка. М., 1991 (авторҙ.).

Әҙәб.: Гайнанов Адонис Гарифьянович (60 лет со дня рождения) //Вестник Московского государственного университета. Серия: Геология. 1987. №3.

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика