ҒӘҘЕЛША, И б р а һ и м, Т ө й ә л ә ҫ, шарлауыҡ, тәбиғәт ҡомартҡыһы (1965). Баймаҡ р‑ны Абҙаҡ а. көньяҡ-көнбайышҡа табан 4 км алыҫлыҡта Ирәндек һырты армыттарында Төйәләҫ й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Һикәлтәһе 15 м ашыу бейеклектә, өс баҫҡыслы: 1‑се баҫҡысы һөҙәк (1,2 м бейеклектә), һыу иңкеү улаҡтан ағып төшә; 2‑се һәм 3‑сө баҫҡыстары текә (һәр береһе 7 м бейеклектә), һыу ташҡыны ағымдарға бүленә. Аҫҡы һәм урта девонға ҡараған ирәндек свитаһының вулкан тоҡомдарынан тора. Йәйге һыу сығымы яҡынса 10 л/с. Ҡарағас ҡатыш ҡайын‑уҫаҡ урмандары үҫә, яланғасланып ятҡан урындарҙа ҡая үҫемлектәре осрай.

Р.А.Фәтҡуллин

Тәрж. З.Б.Латипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика