ЕМЕШ КҮБӘЛӘКТӘРЕ (Laspeyresiini), япраҡтөргөстәр ғаиләһенә ҡараған күбәләк трибаһы. 700‑ҙән ашыу төрө билдәле, бөтә Ер шарында таралған. Башҡортостанда яҡынса 15 төрө бар: борсаҡ күбәләге, алмағас күбәләге, люцерна орлоғашары һ.б. Ҡанатының ҡоласы 8—24 мм, ҡараһыу һоро, көрән, көлһыу төҫтә; алғы ҡанаты, ғәҙәттә, аҡһыл таплы, ялтыр һыҙыҡлы, артҡылары асығыраҡ төҫтә. Йомортҡалары (диам. 1 мм тиклем) ялпаҡ, оҙонса йәки йомро, тәүҙә йәшкелт аҡ, һуңынан аҡ төҫтә, үҫемлектәрҙең япрағына, емешенә, йәш үҫентеләрҙең ҡайырыһына һала. Ҡарышлауығы бәләкәй, цилиндр рәүешендә, ваҡ көрән энәләре һәм төк шәлкемдәре бар, ҡыҙғылт алһыу, аҡ төҫтә, ҡорһағы һәм ян-яғы йәшкелт аҡ, алһыу йәки һарғылт аҡ, башы ҡараһыу төҫтә; үләндәрҙең емешендә, орлоғонда, һабағында һәм тамырында, ағас ҡайырыһы аҫтында үҫә. Аяғы үҫешкән, тырнаҡлы. Тупраҡта, емештәрҙә, ағас ҡайырылары ярығында ҡурсаҡлана. Ҡурсағы көрән йәки алтынһыу төҫмөрлө асыҡ көрән; ҡорһағында йомро осло 6—8 ырғаҡ һымаҡ төк бар. Башҡортостан шарттарында бер йыл эсендә 1 быуын үҫә. Ҡарышлауыҡтары ҡурсаҡ көбөһөндә йәки тупраҡ өҫтөндә ҡышлай. Е.к. тәүлек әйләнәһенә әүҙем. Ҡарышлауыҡтары үҫемлектәрҙең сәскә бөрөһө, сәскәһе, емеше м‑н туҡлана, имаголары туҡланмай. Респ. бөтә терр‑яһында таралған, күп төрҙәре — ауыл хужалығы һәм урман культуралары, бигерәк тә емеш культуралары ҡоротҡостары.

М.Ғ.Миһранов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика