Внимание
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/P/PIZHMA.jpg'
  • Отсутствие права доступа - Файл 'http:/fb.bashenc.ru/P/PIZHMA.jpg'

ЕҘТӨЙМӘ (Tanacetum), астра һымаҡтар ғаиләһенә ҡараған үҫемлек заты. Яҡынса 50 төрө билдәле, Төньяҡ ярымшарҙың тропик булмаған илдәрендә таралған. Башҡортостанда 4 төрө үҫә. Һырылыусы тарбаҡлы тамырһабаҡлы күп йыллыҡ үлән. Һабағы төҙ, өҫкө өлөшөндә тармаҡлы, яңғыҙар йәки күп һанлы, яланғас йәки һирәк йөнлө, бейеклеге 10—160 см. Япрағы сиратлы, оҙонса, таҫмалы йәки ланцет өлөштәргә ҡауырһын һымаҡ бүленгән, сите тешле йәки шыма; аҫҡыһы һаплы; өҫкөһө ултырма. Сәскәһе һары, ҡуйы ҡалҡансыҡтарға йыйылған кәрзиндәрҙә. Ситке сәскәһе емешлекле, телле йәки көпшәле; урталағыһы ике енесле, көпшәле. Июль— сент. сәскә ата. Емеше — орлоҡса, авг.—сент. өлгөрә. Ябай Е. — урманда, урман аҡланында, болонда, ваҡ ҡыуаҡлыҡтарҙа, респ. бөтә терр‑яһында болонло далала; Киттари Е., Урал Е. — ташлы һәм ваҡ ташлы битләүҙә, ҡаяла, башлыса респ. көньяғында; меңъяпраҡлы Е. Хәйбулла р-нының ҡоро, тупрағы тоҙло далаларында үҫә. Ябай Е. составында алкалоид, флавоноид, эфир майҙары бар, медицинала ҡулланыла; инсектицид үҫемлек.

Л.М.Абрамова

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

 

Яндекс.Метрика