ВУЛКАНИЗМ, магма һәм уға эйәрсән газдарҙың һәм гидротермаль иретмәләрҙең күсеше м‑н бәйле ер ҡабығында һәм уның өҫтөндәге күренештәрҙең йыйылмаһы. Башҡортостан (Көньяҡ) Уралы һәм Башҡортостандың Урал аръяғы терр‑яһында В. бер нисә тапҡыр архейҙан алып триасҡа тиклем, үтә интенсив рәүештә палеозойҙа күҙәтелә. Вулкандан барлыҡҡа килгән тау тоҡомдары Башҡортостан (Көньяҡ) Уралының көнбайыш итәгендә һәм Уралтауҙағы рифей, венд ҡатламдары араһында үҫешкән, Башҡортостандың Урал аръяғындағы палеозой ултырма‑вулканоген формацияларының ҙур өлөшөн тәшкил итә. Континенталь шарттарҙа асыҡланған палеозой алды В. һөҙөмтәһендә (рифей — Көнсығыш Европа континенты периферияһының авлакоген һәм континенталь рифтары), һелтеле базальттар һәм трахириолиттар, юғары тимер һәм титан составлы оливин толеиттары формалаша (А.А.Алексеев, С.Н.Иванов, В.И. Ленных, В.П.Парначев, А.Ф.Ротару, Н.А.Румянцева, П.Н.Швецов һ.б.). Урал палеоокеанының формалашыуы йылдам рәүештә палеозой В. м‑н бергә бара, һуңынан уның урынында Урал барлыҡҡа килә. Палеозой В. континенталь рифтогенез (кембрий ордовик), океан (ордовик — силур), утрау дуғалы (өҫкө ордовик — девон) һәм коллизион (аҫҡы карбон) стадияларына тура килгән төрлө геодинамик шарттарҙа үтә. Континенталь рифтогенез стадияһында тәрәнәйә барған трогтарҙа трахибазальт һәм базальттарҙың ярыҡтарҙа һыу аҫты ағымдары, океан — литосфера плитала‑рының айырылыуы, континенталь ҡабыҡтың өҙөлөүе һәм фрагменты Төп Урал һынылышының серпентинит меланжы зонаһындағы тәрән һыуҙа мендәргә оҡшаш базальт ағымдары, палеоокеандың “асылыуы” м‑н бергә барған (Л.П.Зоненшайн, В.Г. Кориневский, А.М.Косарев, А.С. Перфильев, И.Б.Серавкин, П.Ф.Сопко һ.б.). Утрау дуғалы стадияһында Урал палеоокеанында Көнбайыш Ҡаҙағстан континентын урап алған системаны барлыҡҡа килтергән вулканик утрау дуғалары формалаша башлай. Системала иртә, үҫешкән һәм өлгөргән утрау дуғалары, ш. уҡ дуға алды, дуға араһы һәм дуға арты спредингылары (диңгеҙ төбөнөң лаваларҙың ярыҡ‑ тар аша ағымдары м‑н бергә киңәйеүе) айырыла. Иртә һәм үҫешкән утрау дуғаларында вулкандар урғылыу һөҙөмтәһендә һыу аҫтында, һуңынан дуға шарттарында йыйылған продукттарҙан вулканик тау тоҡомдарының ҡалын ҡатламы барлыҡҡа килә. Хәҙ. геол. шарттарҙа улар базальт, риолит- базальт, базальт‑андезит‑риолит һәм андезит‑базальт формациялары рәтен тәшкил итә. БР терр‑яһында 1‑се — баймаҡбүребай свитаһы, үрге таналыҡ свитаһы, ирәндек свитаһы; 2‑се — ҡарамалыташ свитаһы, олотау свитаһы, горбунов ҡатламы фор‑ мация рәттәре ентекләп өйрәнелгән. В. бер циклы барышында (уға формация рәтенең барлыҡҡа килеүе тура килә) В. характеры ярыҡтарҙағы тәрән һыу эффузив (лава) ағымдарынан эффузив‑эксплозив (шартлау) үҙәк типтағы урғылыуҙарға тиклем үҙгәрә. Баймаҡ, Бүребай, Сибай, Учалы тау‑мәғдән райондарында вулканоген ҡатламдар араһында төрлө вулканик хасилдарҙың фрагменттары: ҡалҡанлы базальт вулкандар, ҡулсалы вулкан‑тектоник депрессия һәм кальдерҙар, дифференциацияланған составлы стратовулкандар, әсе экструзив һәм субвулканик есемдәр (А.С.Бобохов, Косарев, Серавкин, Сопко һ.б.) асыҡланған. Иртә һәм үҫешкән утрау дуғалары комплекстары вулканиттарының химияһы гомодром петрохимик серияларға: аҙ титанлы толеит, магнезиаль һәм эзбизле‑һелтелегә тура килә. Вулканик циклдарҙың аҙағында базальт лаваларының ағылыуы әсерәк иретмәләр урғылыуы м‑н алмашына: уларҙа дөйөм һелтелек, рубидий, стронций, цирконий, ний, кобальт, никель, хром окистары кәмей (И.А.Бурикова, Т.И.Фролова һ.б.). Өлгөргән утрау дуғаһы режимына яуап биргән базальт‑андезиба‑зальт (франс ярусы) һәм трахидацит-трахиандезит‑трахибазальт (фамен ярусы) формациялары һай һыу һәм Ер өҫтө шарттарында туплана (Д.Н.Сәлихов). Үҙәк Магнитогорск бүлкәтен формалаштырған коллизия стадияһындағы В. тәү ярыҡтарҙағы базальттарҙа магний окисының күләме түбән булыуы, һуңғы базальттарҙа (Ҡыҙыл комплексы) калий‑натрий тибындағы һелтелелектең юғары булыуы, лейкориолиттар, трахириолиттар, пантеллериттарҙың ҡатнашыуы м‑н характерлана. Мезозой В. БР‑ҙан ситтә Көньяҡ Уралдың көнсығыш грабен‑дарында һаҡланған фрагменттарҙа трапп формацияһынан ғибәрәт. Палеозой В. Көньяҡ Уралдағы файҙалы ҡаҙылмалар һәм ер ҡабығының формалашыуында мөһим роль уйнаған (баҡыр, цинк, тимер, марганец, алтын һ.б.). Девон В. м‑н бәйле гидротермаль эшмәкәрлек һөҙөмтәһендә баҡыр колчеданы ятҡылыҡтары барлыҡҡа килә.

Әҙәб.: Ф р о л о в а Т.И., Б у р и к о в а И.А. Геосинклинальный вулканизм (на примере восточного склона Южного Урала). М., 1977; С е р а в к и н И.Б. Вулканизм и колчеданные месторождения Южного Урала. М., 1986; Вулканизм Южного Урала /Серавкин И.Б. [и др.]. М., 1992.

 

И.Б.Серавкин

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика