ИШБИРҘИН Айрат Рим улы [25.4.1958, БАССР‑ҙың Йомағужа р‑ны Ялсы а. (БР‑ҙың Күгәрсен р‑ны)], ботаник. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2003). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1981) Күгәрсен р‑ны һәм Учалы ҡ. урта мәктәптәрендә уҡыта, 1986 й. — БДУ‑ла. 1989 й. алып Ботаника баҡса‑институтында эшләй, 1994 й. — Биология ин‑тының өлкән хеҙм‑ре, 1998 й. — БДУ‑ның Сибай ин‑тында (2000 й. алып ботаника каф. мөдире), 2004 й. — БДУ‑ла (2006 й. алып ботаника каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре үҫемлектәрҙе классификациялауға, популяцион биология, фитоценология, флористикаға, үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәрен һаҡлауға арналған. Уның ҡатнашлығында БР‑ҙың һәм РФ өлкәләренең сегеталь, рудераль, бейек тау һ.б. тибындағы үҫемлектәренең флористик классификацияһы төҙөлә; М.М.Ишморатова м‑н берлектә БР‑ҙа яңы йүнәлеш — һирәк үҫемлектәрҙең популяцион экологияһы эшләнә. И. Рәсәй һәм сиктәш илдәрҙең синантроп үҫемлектәренең классификацияһын һәм экологик‑геогр. анализын үткәрә, синантроп флораларҙың макрогеографик анализының яңы ысулын тәҡдим итә. 130‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Сегетальные сообщества Башкирии. Уфа, 1985 (авторҙ.); Растительность горного массива Иремель: синтаксономия и вопросы охраны. Уфа, 1996 (авторҙ.); Орхидеи Башкирского заповедника и сопредельных территорий. Уфа, 2010 (авторҙ.).

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018