ИНТРОДУКЦИЯ

(лат. introductio — индереү), ниндәй ҙә булһа организмдың төрөн, ярым төрөн, үҫемлек сортын йәки хайуан тоҡомон улар элек осрамаған ергә күсереү. И. маҡсатлы рәүештә биологик төрлөлөктө арттырыу, организмдарҙың генофондын һаҡлап ҡалыу, культуралы флораны, йорт хайуандарының төр һәм тоҡом составын байытыу өсөн ҡулланыла.

Үҫемлектәр И. Башланғыс материал һайлап алыуҙы, интродуценттарҙың биол. үҙенсәлектәрен, үрсеүен, климатҡа яраҡлашыуын өйрәнеүҙе һәм агротехника ысулдарын эшләүҙе үҙ эсенә ала. Көньяҡ Уралда бойҙай, тары, арпа һ.б. иң иртә индерелгән үҫемлектәр булып һанала, улар м‑н бергә уйламаҫтан ҡый үләндәре лә (баҫыу яруты, суҡмарбаш, ябай терпе үләне һ.б.) индерелә. 1912 й. Өфө губернаһында Шишмә тәж. ст. (ҡара: Шишмә тәжрибә-производство хужалығы) төҙөлә, унда 1926—34 йй. ҡарабойҙайҙың, бойҙайҙың һ.б. урындағы сорттарын таратыу б‑са эш алып барыла. Башҡортостанда емеш культуралары (виноград, ҡайын еләге, сейә һ.б. сорттары) И. 1926 й. тәж.‑помология пункты (ҡара: Кушнаренко емешеләк һәм виноград культуралары селекцияһы үҙәге) төҙөлөүгә булышлыҡ итә. 30‑сы йй. башлап И. эштәре Ботаника баҡсаһында әүҙем алып барыла (ҡара: Ботаника баҡсаинституты). БР‑ҙа ағас үҫемлектәре И. м‑н дендрарийҙарҙа шөғөлләнәләр (ҡара: Дендрология). Респ. күп декоратив үҫемлектәр (астра, ирис, флокс, шыҡтым һ.б.), декоратив ҡыяҡлылар (ике суҡлы ҡамыш, ҡом һолоһо һ.б.), ағас‑ҡыуаҡлылар (бәлзәмле тирәк, күк шыршы, сырышлы әлморон һ.б.), тропик һәм субтропик (деликатес монстераһы, узумбар миләүшәһе һ.б.), традицион булмаған мал аҙығы үҫемлектәре (кәзә үләне, сильфия һ.б.), хуш еҫлеләр (базиликтың төрҙәре, оҙон япраҡлы бөтнөк һ.б.), дарыу үҫемлектәре (йылан тамыры, ҡуйы ҡыҙыл эхинацея һ.б.), үҫемлектәрҙең һирәк төрҙәре (ирәмәл алтын тамыры, энә япраҡлы ҡәнәфер һ.б.) уңышлы индерелә.

Хайуандар И. 30‑сы йй. алып респ. а.х. малдарының юғары продуктлы тоҡомдары индерелә. Һыйырҙарҙың һөт йүнәлешле ҡара‑сыбар, голланд, голштин тоҡомдары, ит йүнәлешле абердин‑ангус тоҡомо, герефорд тоҡомо, лимузин һ.б., ш. уҡ яҡут аты, һөтлө кәзәләрҙең заанен тоҡомо, һарыҡтарҙың ит‑йөн йүнәлешле тексель, дюрок, ландрас һ.б. тоҡомдары климатҡа уңышлы яраҡлаша. Аҡ амур, пелядь, толстолобик һ.б., янут, америка шәшкеһе, ондатра индерелә һәм климатҡа яраҡлаштырыла, йылға ҡондоҙо, марал, һыуыр климатҡа яңынан яраҡлаштырыла. “Башптицепром” ААЙ-ның инкубатор‑ҡошсолоҡ ст. — африка дөйәғошон (2002), “Өфө” ҡошсолоҡ ф‑каһында бүҙәнәне (2006) индереү б‑са тәжрибәләр башлана. Башҡортостанға башҡа төбәктәрҙән гессен себене, емеш күбәләге, колорадо картуф ҡуңыҙы һ.б. бөжәктәр (ҡара: Ауыл хужалығы һәм урман культуралары ҡоротҡостары) үтеп инә.

Әҙәб.: Кучеров Е.В. Ресурсы и интродукция полезных растений в Башкирии. М., 1979; Башкирский ботанический сад: история, коллекции, научные достижения /З.Х.Шигапов [и др.]. Уфа, 2002; Миронова Л.Н., Воронцова А.А., Шипаева Г.В. Итоги интродукции и селекции декоративных травянистых растений в Республике Башкортостан. Ч.1. М., 2006.

Р.В.Вафин, Р.С.Ғиззәтуллин, В.П.Путенихин, С.С.Хәйретдинов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018