АҘНАЙ, Бишбүләк р‑нындағы ауыл, Дим а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнс. 33 км һәм Аксёнов т. юл ст. К.‑Көнб. табан 60 км алыҫлыҡта Өйәҙе й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 764 кеше; 1920 — 843; 1939 — 601; 1959 — 727; 1989 — 466; 2002 — 444; 2010 — 411 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Илекәй‑Мең улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. 60‑сы йй. билдәле. 1795 й. А. исеме м‑н 2 ауыл иҫәпкә алынған (береһендә 10 йортта 42 кеше йәшәгән, икенсеһендә 10 йортта — 41 кеше). 1865 й. 62 йортта 392 кеше йәшәгән. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мәҙрәсә булған. 1906 й. ш. уҡ 3 бакалея кибете, почта станцияһы теркәлгән; улус идараһы урынлашҡан. А. Буҙан Смаҡов йәшәгән; Б.Ғ.Имашев, Р.Ф.Имашев, Ғ.Ғ.Хафизова, М.Т.Юлдашев ошо ауылда тыуған.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018